+21 °С
Болотло


Ҡариҙел районындағы Ҡариҙел ауылында атыш тауыштары яңғыраны. Һөҙөмтәлә Тыныслыҡ урамындағы йорт ихатаһынан 1993 йылғы яралы йәш ирҙе дауаханаға илтәләр. Уға 12-се калибрлы һунар мылтығынан аталар.
Баҡһаң, өй хужаһына бер нисә кеше мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға бара. Әммә был ир мылтығын алып сыға. Ул атып ебәрә, әммә низағта ҡатнашмай ситтә баҫып торған кешегә тейҙерә.
Тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә, енәйәт эше ҡуҙғатылыуы хәл ителә.
Фото: ru.freepik.com