Йәмғиәт
2 Ноябрь 2021, 08:43

Башҡорт күңелле азербайжан

Ул – ике халыҡтың улы.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Кеше бер нисә ғүмер йәшәй тигәнгә ышанһам, мин, һис шикһеҙ, Аладдин әфәндене үткән тормошонда башҡорт милләтенән булғандыр, тип уйлар инем. Юғиһә, үҙе өсөн бөтөнләй сит булған  башҡорт теленә ҡарата  тәрән һөйөү кешелә ҡайҙан килә?

Нефтекама ҡалаһында бала саҡтағы әкиәттәрҙе хәтерләткән “Аладдин” кибеттәре барлыҡҡа килгәнгә ике тиҫтә самаһы йыл уҙғандыр. Ул ваҡытта шәхси сауҙа итеү киң ҡолас алып, төрлө атамалы кибеттәр асылды, шуға мин был исемде бер нисек тә уның хужаһы менән бәйләмәнем. Әммә тора-бара Аладдин атлы әфәнде тураһында бик йыш ишетелә башланы: әле ул мәсет төҙөлөшөнә күп аҡса биргән, әле тегендә хәйриә акцияһында ҡатнашҡан, әле бында ниндәйҙер изге эш ҡылған. Шуларҙы ишетеп,  был кеше тураһында ҡыҙыҡһыныуым арта ғына барҙы,  тора-бара  уның фән, әҙәбиәт, телдәр менән мауығыуы тураһында белдем. Ҡыҫҡаһы, Аладдин Гараш оғлы менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы.

 

Ҡайнар шишмәләр иленән

 

Аладдин Гараш оғлы Азербайжан Республикаһының Иран менән сиктәш Масаллы районының ни бары 40 йорттан торған Хәлфәләр ауылында тыуып үҫкән. Был урынды ожмахҡа тиңләрлек: тирә-яҡта тауҙар, йылғалар, болондар, урман. Яҡында ғына ҡайнар һыуы урғылып торған тау шишмәләре урынлашҡан, уларҙың эҫе һыуынан йылға һәр ваҡыт йылы була һәм бала-саға рәхәтләнеп һыу инә.

– Мин бала саҡта был ҡайнар шишмәләрҙең беҙҙең яҡтың матур үҙенсәлеге булыуы тураһында уйламай ҙа инем. Бар ерҙә лә тәбиғәт шундайҙыр тип балаларса бер ҡатлы фекер йөрөткәнмен, – ти Аладдин.

Ғаилә бер нисә тиҫтә буйволдан торған ҙур булмаған ферма тота, уның һөтөн һауып, ҡатыҡ, сыр етештереп һата. Бынан тыш, 90 сутый баҡсала алыча, алма, тут, виноград, өрөк һәм башҡа бик күп төрлө емеш үҫә, тырыш ғаилә уларҙы ла баҙарға алып сыға. Күрше ауылға йөрөп уҡып, Аладдин һәм уның биш туғаны мәктәпте тамамлай. Егет әҙәбиәтте ярата, шиғырҙарҙы мауығып уҡый. Әммә мәктәптән һуң әҙәбиәт юлынан китмәй, балта оҫтаһы һөнәрен һайлап, бер йыл уҡып сыға. Унан Баҡы план-иҫәпләү техникумын тамамлай. Армия хеҙмәтен Латвияла үтә, Тыуған иле алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, һигеҙ йыл ер биләмәләрен теркәп, иҫәпкә алыусы булып эшләй.

– Был ваҡытта ауылдар буйлап йөрөнөм, колхоздарҙың һәм совхоздарҙың ерен иҫәпкә алып, картаға индереү ине бурысым. Бик күп ауылдарға берҙән-бер транспорт – ат ҡына үтә ала, сөнки урындар  таулы, шуға ла эштәр беҙ теләгәндән әкренерәк бара ине. Уның ҡарауы, мин кешеләр менән аралаша, үҙем өсөн уларҙың матур сифаттарын аса инем,  – тип иҫкә ала  ул йылдарҙағы эш осорон Аладдин.

 

Сараһыҙҙан эшҡыуар була

 

1991 йылда Советтар Союзы тарҡала, бюджет ҡарамағында булған ойошмала ауыр осор башлана, хеҙмәт хаҡы оҙаҡ ваҡыт түләнмәй. Аладдиндың инде был ваҡытта ғаиләһе, өс балаһы була. Шул осорҙа уның тормошо көтөлмәгән боролош ала ла инде:  таныштары, туғандары менән бергә Ҡазан ҡалаһына һатыуға лимон, мандарин ташый башлай.

– Был осор Иран сиген асҡан ваҡытҡа тура килде, ә унда бөтә нәмә лә бар. Әкренләп мин сит ил тауарҙары менән һатыу итә башланым. 90-сы йылдар башында Ҡазанда Нефтекама ҡалаһы тураһында ишеттем. Тәү башлап был яҡтарға килеп сыҡҡанда, картина бик шәптән түгел ине: магазин кәштәләре буп-буш, һатып алырға әйбер юҡ. Бындағы “Чародейка” тигән кибет, универмаг менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Тауарға ихтыяж ҙур, тиҙ һатылып бөтә, халыҡтың теләген өйрәнеп, географияны киңәйттем, Вильнюс, Минск, Польшанан тауар ҡайтара башланым. Ул ваҡытта үҙебеҙҙә лә хәлдәр мөшкөл ине, шуға күрә ғаиләмде лә алып килдем, өлкән ҡыҙыбыҙ беренсе класҡа уҡырға бында барҙы, – тип эшҡыуарлыҡтың тәүге йылдарын иҫкә ала әңгәмәсем. 1995 йылда сәнәғәт тауарҙары менән һатыу итеүгә беренселәрҙән булып таныҡлыҡ ала ул.

Башҡортостан – изгеләр төбәге

 

Нефтекамала эшләһә лә, баштараҡ бында йәшәргә ҡалырмын тип уйламай. 

– Беренсе ун йылда күңел торошом капитанһыҙ тороп ҡалған һәм ҡайҙа табан йөҙөргә белмәгән карапты хәтерләтә ине. Күңел гел генә тыуған яҡтарҙы уйлап йәшәне. Сикһеҙ һағына инем. Хәҙер инде өйрәндем, Башҡортостанды яраттым. Беләһегеҙме, уның аураһы шундай ыңғай. Хәйер, мин бәләкәй саҡта бар ерҙә лә шундай матурлыҡ, тип уйлаған кеүек, һеҙ ҙә башҡа урында бындай иркенлек юҡлығын, ожмахҡа тиң ерҙә йәшәүегеҙҙе аңламайһығыҙҙыр. Булған әйберҙе шулай тейеш кеүек, тәбиғи ҡабул итәһең бит ул. Әммә Башҡортостан – бик үҙенсәлекле урын. Мин тыуған яғымда булып, кире юлда республикаға килеп ингәс тә, шул аураны тоям. Волгоградта, Һамарҙа һауа бөтөнләй башҡа, ә бына Башҡортостанда ул үҙенсәлекле. Айырыуса Октябрьский янындағы урманда уны ныҡ тоям, был урындар изге ер булһа кәрәк. Башҡортостан климат буйынса Азияға түгел, ә Европаға яҡын, бында сәләмәт һауа, тын алыуҙары еңел. Ә Белорет, Учалы  райондары ниндәй матур! – ти ул.

 

Урал батыр һәм Аладдин

 

Аладдин Гараш оғлы Башҡортостанға ғына түгел, ә башҡорт теленә, милли хазина булған “Урал батыр” эпосына ла ғашиҡ. Аптырарлыҡ һәм һоҡланырлыҡ: ул был мәшһүр эпосты яттан һөйләй! Мифтахетдин Аҡмулла, Зәки Шәмсетдин әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡый, уларҙы өйрәнә. 

– Дуҫым Азат Үтәкәев менән Өфөгә барған һайын, ул китап магазинына инеп, башҡортса китаптар ала. Мин дә ҡыҙыҡ­һынып ҡарайым, әммә тәүҙә аңламай инем. Шунда ҡулыма “Урал батыр” эпосының инглиз һәм рус телдәренә тәржемәһе килеп эләкте, алып ҡайтып уҡып ҡараным һәм был әҫәргә ғашиҡ булдым. Уның азербайжан теле һәм әҙәбиәте менән уртаҡлыҡтары бик күп булып сыҡты, беҙҙең милләттең ғөрөф-ғәҙәттәренә оҡшаш урындар шаҡтай. Хатта Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең балаларына хайуандың башын ашарға ҡушмауы ла оҡшаш, элек-электән балаларға баш итен ашауҙы тыйғандар. Төрлө уртаҡ һүҙҙәр байтаҡ, айырыуса беҙҙең атай-олатайҙар ҡулланған һүҙҙәрҙә оҡшашлыҡ күп, – ти Аладдин әфәнде.

Һөйләшкәндә ул эпостан өҙөктәр килтереп һөйләй. Уны тормошсан, тәрән, фәлсәфәүи әҫәр тип атай. Башҡорт теле, әҙәбиәте менән тәрән ҡыҙыҡһыныу Аладдин Гараш оғлын фән юлына этәрә – ул Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетының теология бүлегенә уҡырға инә. Артабан “Урал батыр” эпосы һәм экзистенциализм” тигән темаға фәнни тикшереүҙәр үткәреп, был турала ғилми эш яҙа.

– Башҡорт эпосында бер бөтөн өсөн бер өлөш үлә: Урал батыр тере һыуҙы үҙе эсмәй, ә тирә-яҡҡа һибеп, тәбиғәтте терелтә. Уның ошо бер бөтөнгә табыныуы, тормошто яратыуы, иленә, халҡына хеҙмәт итеүе йәшәүҙе йәнә дауам иттерә. Урал һыуҙы үҙе эсеп, үлемһеҙлеккә эйә булыу тураһында хыялланмай, ундай маҡсатҡа ынтылмай. Башҡорт эпосында изгелек ҡылыу иң ҙур маҡсат итеп ҡуйыла, – ти Аладдин Самедов.

Бәләкәй сағынан уҡ тормоштоң асылы тураһында уйланған, үҙен табырға теләгән әңгәмәсемдең был әҫәргә, эпостың шулай тамамланыуына ғашиҡ булыуы осраҡлы түгел. Үҫмер сағында Аладдин йога, медитация менән шөғөлләнә. Бик күп уҡый, уны һәр ваҡыт дини, психологик, фәлсә­фәүи китаптар ҡыҙыҡһындыра. Ғәрәп шағиры, суфый Ибн-әл-Фәритте башҡорт теленә тәржемә итеүе лә юҡтан ғына түгел. Азербайжан милләтенән булған кешенең әҫәрҙе үҙ теленә түгел, ә башҡорт теленә тәржемә яһауы, ҡасандыр үҙе өсөн бөтөнләй ят булған башҡорт телен бар нескәлектәренә ҡәҙәр өйрәнеүе, уны ҙурлауы һоҡланыу һәм ихтирам уята. 

 

Милләтенең аҫыл улы

 

Хәйер, Аладдин әфәнде үҙ милләте өсөн дә бик ҙур эштәр башҡара. Ул Нефтекама ҡалаһында йәшәгән азербайжан диаспораһына етәкселек итә, туған теле, милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәре юғалмаһын өсөн бик күп эш алып бара. Бынан бер нисә йыл элек дуҫтары менән Нефтекама халҡын азербайжан милли мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында тыуған яҡтарынан ансамбль саҡыртып, ҡала халҡын таң ҡалдырғайны.

Аладдин Гараш оғлы тураһында һөйлә­гәндә уның эше хаҡында ла әйтмәйенсә булмай. Бөгөн ул ҡалала бер нисә сауҙа нөктәһе тота.

– Бәләкәй генә бер кибеттән башла­ғайным, хәҙер, Аллаға шөкөр, киңәйҙек, – ти ул.

Йөҙгә яҡын кешене эшле иткән, оло йөрәкле, кеше хәленә инә белгән, коллективын хөрмәт иткән етәксе ул. Һәм, әлбиттә, уның хәйриә ярҙамы тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәктер. Бик күп сараларҙы үткәреүгә финанс ярҙамы бүлеүҙән тыш, дин юлында булған Аладдин Гараш оғлы мәсет, мәҙрәсә төҙөлөшөндә ҙур ярҙам күрһәтә. “Мәсеттәргә ярҙам итеү – батыр­лыҡ түгел, ә һәр мосолмандың бурысы”, – ти ул.

 Үҙенең тормошон изгелеккә, Хоҙай Тәғәләгә хеҙмәткә бағышлаған Аладдин Самедов, ысынлап та, хөрмәткә һәм һоҡланыуға лайыҡ.

 ...Тыуып үҫкән ер, тирә-яҡ мөхит, милли моңдар кешенең характерына, булмышына тәьҫир итә, тиҙәр. Әгәр был һүҙҙәр хаҡ булһа, йомарт Азербайжан ере Аладдин атлы улына күңел йомартлығы, кешелеклелек, нескә күңеллелек кеүек матур сифаттар бүләк иткәндер. Ә тауҙарҙан урғы­лып сыҡҡан ҡайнар шишмәләр уның йөрә­генә изгелек, сафлыҡ бөрккәндер, кеше ҡайғыһына битараф ҡалмай торған ҡайнар йөрәк биргәндер, тип уйлайым. Аладдин Гараш оғлының тормош девизы үҙенең яратҡан геройҙары Йәнбикә, Йәнбирҙе, Урал батырҙың йәшәү асылы менән ауаздаш: был донъяны яратып йәшәү, халҡыңа, милләтеңә хеҙмәт итеү, матур эҙ ҡалдырып китеү.

 

Ынйы СӨЛӘЙМӘНОВА.

 

Нефтекама ҡалаһы.

Читайте нас