Йәмғиәт
2 Ноябрь 2021, 07:55

Башҡортостан немецтары бәхетле!

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.

Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтынан.Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтынан.
Фото:Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтынан.

Ә һеҙ Башҡортостанда немецтарҙың иркенләп йәшәгәнен беләһегеҙме? Уларға рәхәтләнеп туған телен өйрәнеү, мәҙәниәтен үҫтереү, милли байрамдарын үткәреү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Күргегеҙ килһә, мәҫәлән, Благовар районының Пришиб ауылына барырға кәрәк.

Ауыл тарихы 1903 йылға барып тоташа. Шул осорҙа Украинанан һәм Рәсәйҙең көнбайыш губерналарынан Башҡортостанға немецтар күсерелә. 1992 йылдағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Благовар районының Алексеевка ауыл биләмәһендә 1649 немец иҫәпләнә. Совет дәүләте тарҡалып, сит илдәргә сығыу мөмкинлеге киңәйгәс, ҡайһы берәүҙәре Германияға күсеп китә, әммә Башҡортостанда ҡалырға теләүселәр ҙә аҙ булмай.

Пришибта урынлашҡан “Алексеевка” немец тарихи-мәҙәни үҙәге 1998 йылдан бирле уңышлы эшләп килә. Бында халыҡтың тормош-көнкүреше, рухи донъяһы, мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бар.

Ауылда 50 йылдан ашыу инде “Volksklang” немец халыҡ фольклор ансамбле эшләй. Улар ауылда, районда һәм республикала үткәрелгән сараларҙың барыһында ла тиерлек әүҙем ҡатнаша. Улай ғына ла түгел, был яҡтарҙағы милли һәм дини байрамдар уларһыҙ үтмәй. Ансамбль 1956 йылда ойошторолған, “халыҡ ансамбле” исеме 1990 йылда бирелгән. 2008 йылда мәҙәни алмашыу тәртибендә Германияла булып ҡайтҡандар. Әйткәндәй, улар быйыл Башҡортостанда үткәрелгән Фольклориадала ла ихлас ҡатнашты.

Немецтар элек-электән үпкә-бауырҙан колбаса етештереү оҫталығы менән дан тотҡан. Балаҫ сигеү ҙә – яратҡан шөғөлдәренең береһе. Үҙәккә килгәндәргә пришибтар, ошо һәләттәрен күрһәтеп, таныштырып тора. “Алексеевка” немец тарихи-мәҙәни үҙәгендәге күргәҙмә ҡомартҡыларға бик бай. Бөхтә генә ағас йортта халыҡтың үткән быуаттағы йәшәйеше асыҡ сағыла. Унда өй беренсә йыйып алынған ҡәҙерле экспонаттар урын алған.

– Ата-ба­ба­ларыбыҙ ниндәй ауыр заманда йәшәһә лә, йыр-моңдан һис айырылмаған, — ти музей хеҙмәткәре. – Стеналағы скрипка йорт хужаһының төп байлығы булған. Шуға ла уны күренеп торған урынға элгәндәр. Ә бына беҙҙәге тегеү машинаһы, беләһегеҙме, күпме юл үткән? Тәүҙә хужабикә уны Германиянан Украинаға алып барған, һуңынан Башҡортостанға килтергән. Ҡатмарлы йылдарҙа ла тотош ауыл халҡына кейем теккәндәр ошо машинкала. Шуға ла уны ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.

Өҫтәл уртаһында ятҡан ҡалын китап та ҙур ҡиммәткә эйә. “Акушерлыҡ эше” тип аталған әсбап 1898 йылда Берлинда баҫылған. Күрәһең, колония кешеләренә уның ҙур ярҙамы тейгән.

Ауылдағы ЮНЕСКО ҡарамағындағы мәктәп тә бай музейы менән ғорурлана. Уны Пришиб мәктәбе нигеҙендә 2005 йылда клуб булараҡ асҡандар, ә 2007 йылдан был мәктәп ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе булып китә.

Бында уҡыусылар немец телен бик төплө өйрәнә. Мәктәп Германия менән ныҡлы дуҫлыҡ күпере һалған. Халыҡтар бәйләнеше уларҙың бер-береһен байытыуға килтереүе күптән мәғлүм. Пришиб уҡыусылары ла “Урал батыр” эпосын немец телендә рәхәтләнеп һөйләй.

Ауыл халҡы бик ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәй. Халыҡ тарихи-мәҙәни үҙәк менән берлектә милли байрамдар үткәреп тора. Улар араһында “Ostern” – Пасха, “Laternenfest” – Изге Мартин көнө, “Erntedankfest” – уңыш өсөн рәхмәт әйтеү, сәйәси золом ҡорбандарын хәтергә алыу көнө, “Weihnachten” – Раштыуа, “Fasching-Fastnacht-Karneval” – яҙҙы көтөүгә арналған немец милли байрамы, Изге Николаус көнө, “Mutterstag” – Әсә көнө һәм башҡалар.

Республикабыҙ – бик күп милләт вәкилдәренә һыйыныр төйәк. Һәр кемгә иркенләп йәшәү, үҙенең тарихын, мәҙәниәтен, туған телен өйрәнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Улар араһында немецтар ҙа үҙ урынын тапҡан.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас