

Төрлө милләттән булһалар ҙа, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, татыу йәшәгән һоҡланғыс парҙар бихисап. Учалы районынан Юлиә менән Валерий Курочкиндар – тап шундайҙарҙан.
Мәҡәлә геройым Юлиә Нәжип ҡыҙы ҡаланан алыҫ түгел урынлашҡан Иманғол ауылынан. Ҡыҙға өс йәш булғанда атаһы үлеп, етем ҡала. Ул башлыса олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫә.
Йыр-моңға оҫталыҡ Юлиәгә атаһынан бирелә. Ауылда музыка мәктәбе була. Ҡыҙ шунда алты йыл уҡып, пианинола, мандолинала уйнарға өйрәнә, фольклор төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһы була. Ейәнсәрҙәренең музыкаға ынтылыуын хуплап, олатаһы менән өләсәһе һыйырҙарын һатып, ҡыҙға пианино алып бирәләр.
Һигеҙенсене тамамлағас, Юлиә Учалы музыка училищеһына уҡырға инә, әммә бер нисә айҙан буласаҡ һөнәренең медицинаға бәйле булырға тейеш икәнлеген аңлай һәм туған мәктәбендә уҡыуын дауам итә.
Урта белем тураһында аттестат алғас, ҡыҙ Белорет медицина училищеһына юллана. Студент йылдарын йәшлегенең иң күркәм ваҡыты булараҡ иҫкә төшөрә әңгәмәсем. Училищела бер мәҙәни сара ла Юлиә ҡатнашлығынан тыш үтмәй, дөйөм ятаҡта әүҙем ҡыҙҙы староста итеп һайлап ҡуялар. Дипломлы йәш белгес, Учалыға ҡайтып, акушерка булып эшкә урынлаша.
Тап Учалыла осрата ла инде ҡыҙ ғүмерлек яҙмышы Валерийҙы. Тау-байыҡтырыу комбинатында эшләп йөрөгән егет үҙенең тыйнаҡ, итәғәтле булыуы менән күңеленә ята. Егет тә бөҙрә сәсле, һомғол буйлы башҡорт һылыуына бер күреүҙә ғашиҡ була.
Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешергә була. Юлиә, ауылға ҡайтып, яҡындарына рус егетенә кейәүгә сығырға йыйынғанлығын хәбәр итә. Өләсәһе, кейәү кеше, ҡоҙа-ҡоҙағый менән ят телдә нисек аралашырмын, тип ҡаршы килеп, күҙ йәшенә бирелә.
– Бер көн Валерийҙы таныштырырға алып ҡайттым. Килеп инеү менән мөләйем һүҙ ҡушып һөйләшә башлағайны, өләсәйем дә, олатайым да “ирене” лә ҡуйҙы, – тип йәш саҡтарын иҫкә төшөрә әңгәмәсем.
Өс бала тәрбиәләгән Курочкиндар ҙа улдары тормош юлдашы итеп һайлаған башҡорт ҡыҙын бик йылы ҡабул итә.
Йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ул һәм ҡыҙҙары тыуа. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, күңелдәре һәр ваҡыт ауылға тартыла Курочкиндарҙың. 2011 йылда Иманғолдан ер участкаһы алып, ике ҡатлы йортҡа нигеҙ һалалар.
– Мәктәптә уҡығанымда тиҫтер малай, үкһеҙ етем ҡалып, балалар йортона урынлаштырылды. Беҙ, класташтар, барып, уның хәлен белешеп йөрөй торғайныҡ. Шунда яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙарҙы күреп, йәнем әрней торғайны. Үҫеп, ғаилә ҡорғас, ҙур итеп йорт һалып, етем балаларҙы ҡарауға алам тигән уй тап шул ваҡытта тыуҙы миндә, – ти Юлиә Нәжип ҡыҙы.
Үҙе күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Валерий Иванович ҡатынының теләгенә ҡаршы бармай. 2015 йылда улар етем ҡалған ике ҡыҙ баланы ҡарауға ала.
Бөгөн бер ғаилә булып, татыу, берҙәм көн күрә Курочкиндар. Уларҙың ике ҡатлы, мөһабәт йорто ауылға әллә ҡайҙан балҡып, йәм биреп ултыра. Йортта һәр кемдең үҙ мөйөшө, үҙ бурысы бар. Йорт-ихата, баҡса тирәһендәге эштәрҙе лә бергәләп башҡаралар.
Курочкиндарҙың улдары Владислав һәм ҡыҙҙары Анастасия оло тормош юлына аяҡ баҫҡан инде, икеһе лә музыка өлкәһен һайлаған. Владислав, Ҡазан консерваторияһын тамамлап, музыка мәктәбендә хор дирижеры булып хеҙмәт юлын башлаған. Ҡыҙҙары Анастасия музыка училищеһынан һуң, балаларҙы гитара серҙәренә төшөндөрә.
Курочкиндарҙы Учалыла ишетеп белмәгәндәр һирәк. Ҡала-райондың йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй улар. Спорт, мәҙәни сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, әллә күпме призлы урындар яулағандар. Республика кимәлендә район данын да яҡлап, һынатмай әүҙем ғаилә. Башҡортостан, ил буйлап сәйәхәт итергә лә яраталар, бер нисә тапҡыр Ирәмәлгә лә артылғандар.
– Икебеҙ ике милләттән булһаҡ та, был тәңгәлдә бер ҡасан да бәхәс, аңлашылмаусанлыҡ булманы. Тормошта ла, эштә лә Валерий – кәңәшсем, фекерҙәшем. Дини байрамдарҙы ла уртаҡ билдәләйбеҙ. Балалар ҙа ике телде лә яҡшы белә, ике милләтте лә ихтирам итә, ғаилә шәжәрәһе тарихы, олатайҙары менән ҡыҙыҡһынып үҫте, – ти Юлиә Курочкина.
Римма СОЛТАНОВА.