Йәмғиәт
2 Ноябрь 2021, 08:27

Бының өсөн 10 сәбәп бар...

poembook.rupoembook.ru
Фото:poembook.ru

Күп фәнни тикшеренеүҙәр йәйәү йөрөүҙең файҙа килтереүен күрһәткән. Мәҫәлән, 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашлығында үткәрелгән тәжрибәлә атлауҙың йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын 31 процентҡа кәметеүе асыҡланған.

Аҙнаһына һигеҙ саҡрым һәм ашыҡмай ғына сәғәтенә өс саҡ­рым үткән кешеләрҙә лә һәйбәт үҙгәрештәр күҙәтелгән. Саф һауала йөрөү һөйәктәрҙе нығыта, ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға ыңғай йоғонто яһай, йоҡоно яҡ­шырта, тигән һығымта­ға килгән тәжрибәлә ҡатнашыусылар.

Мәҫәлән, көнөнә 40 минут атлап йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен 70 процентҡа кәметә, бер сәғәттә 300 килокалория юҡҡа сыға. Өҫтәүенә йә­йәү йөрөү өсөн физик, йәш сик­ләү­ҙәре юҡ, көндәлек әүҙемлек­тән кешенең хәле һәм кәйефе яҡшыра ғына.

Йәйәү йөрөү күңел төшөнкө­лө­гөнән, насар кәйефтән ҡото­лорға ярҙам итә. Атлағанда умыртҡа бағанаһы, янбаш-боттағы һөйәк массаһы нығына. Был, үҙ сиратында, остеопорозды иҫкәртә. Сәләмәт тормош алып барғандар араһында, көн һайын 40 минут тирәһе йәйәү йөрөү кеше ғүмерен биш йылға оҙайта, тигән фекер нығынған. Табиптар ҙа уның һөҙөмтәле икәнлеген белдерә.

Шулай итеп, көн һайын йәйәү йөрөү өсөн түбәндәге яҡшы 10 сәбәп бар:

* саф һауала йөрөү кәйефте күтәрә;

* хроник сирҙәр кәмей;

* ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүен иҫкәртә;

* тәндең һығылмалы булыуына йоғонто яһай;

* көстө һәм энергияны арттыра;

* быуындарҙың һыҙланыуын кәметә;

* онкологик һәм башҡа сир­ҙәрҙе булдырмаҫҡа булышлыҡ итә;

* иммунитетты нығыта;

* тыныс йоҡларға ярҙам итә;

* ғүмер оҙайлылығын арттыра.

Читайте нас