Йәмғиәт
2 Ноябрь 2021, 08:45

Үкенерлек түгел йәшәлгән йылдар

ok.ruok.ru
Фото:ok.ru

Мин Тәтешле районының Бәҙрәш ауылында 1939 йылдың февралендә тыуғанмын. Атайым Хәтмулла Шәйхулла улы Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр Бәҙрәш ауыл советы рәйесе булып эшләгән. Әсәйем Тәлиға ябай колхозсы була.  

 Миңә ҡәҙәр ҙә атай менән әсәйҙең балалары булған: Тәфкил, Рәфис ағайҙарым һәм Флүзә апайым. Тәфкил ағайым сирләгәс, дауаханаға алып барғандар. “Балағыҙ сирле түгел”, – тип ҡайтарғандар. Ҡайтҡас, бер нисә көндән һуң үлгән, үпкәһенә һалҡын тейгән булған. Рәфис ағайым һәм Флүзә апайым ҡыҙылсанан гүргә ингән. Минән һуң бер һеңлем тыуған, ул да үлгән. Шулай итеп, биш бала араһынан дүртенсеһе – мин генә иҫән ҡалғанмын.

1941 йылда һуғыш башлана. Ауылдан күп ирҙәр, егеттәр яуға юллана. Бөтә колхоз эше ҡатын-ҡыҙ, үҫмер балалар ҡулына ҡала. Атайымды беренсе йылда һуғышҡа алмайҙар. Ауыл советы рәйесе булараҡ, ул халыҡтан армияға аҡса, аҙыҡ-түлек, бейәләй, ойоҡбаш һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйып, фронтҡа оҙатырға тейеш була. Атай бына ошо бурыс менән көндәр буйы ауылдан-ауылға йөрөгән. Ошо сәбәпле, ауыл халҡы атайҙы күрә алмай башлаған. “Хәтмулла итте, аҡсаны үҙенә йыя, үҙе ашай”, – тип һөйләп сығарғандар.

1943 йылда атайым фронтҡа китә. “Хәтмуллаһы һуғышҡа китһә, Тәлиғаһы астан үлә уның”, – тип һөйөнөүселәр ҙә була. Әсәйем шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, тырышып эшләне лә эшләне.

Атай һуғышҡа киткәндә, миңә өс йәш тә ике ай була. Әсәй мине атайҙың бер туған ағаһының ҡыҙҙары Мәғрифә менән Сәриҙә апайҙарға ҡалдырып эшкә йөрөгән. Бер мәл шулай ҡолап имгәнгәнмен: һул ҡулым ҡулбаштан йөрөмәҫ булған, ең кеүек аҫылынып торған. Һуңынан әсәйем мине Ғилмисара әбейгә ҡалдырып китә башланы.

Һуғышҡа китеп, бер йыл үткәс, атайҙың үлем хәбәре килгән, орден-миҙалдарын да килтереп биргәндәр. Әсәй: “Үҙе булмағас, ул орден-миҙалдар ниңә кәрәк?” – тип миңә биргән, мин уларҙы уйнатып, өҙөп-ватып бөтөргәнмен.

Әсәйҙең башҡармаған эше ҡалмағандыр: бесән дә сапты, ураҡ та урҙы, һыйыр егеп, ер ҙә һөрҙө. Төрлө ваҡыт булды, шулай ҙа һыйырҙы ла бөтөрмәнек, һарыҡ, ҡаҙ, тауыҡ та аҫраныҡ.

Миңә ете йәш тулып уҡырға барғанда ла, һул ҡулым ең кеүек аҫылынып йөрөй ине әле. Йығылғас та дауаханаға алып барғандар, тик табиптар ярҙам итә алмаған. III-IV кластарҙа уҡығанда беҙҙе лә колхоз эшенә йөрөтә башланылар. Класс менән баҫыуҙа сүп утарға, борсаҡ йолҡорға барабыҙ. Ҙурыраҡ кластарҙа инде бесән йыйырға, картуф сүпләргә йөрөнөк.

Каникул ваҡытында Зәлиә, Роза, мин арыш иләргә йөрөнөк. Ике кеше ҙур иләктең ике башынан тотоп һелкетә, беребеҙ һоҫҡо йәки биҙрә менән арыш һала. Арыш ҡойола, ҡаҡы орлоғо тороп ҡала, уны сығарып түгәбеҙ. Иртәнән кискә ҡәҙәр иләп, ҡулдар, беләктәр ауырта, үҙебеҙ арыйбыҙ. Арыш һуғылып бөткәнсе ошо эш дауам итә.

Минең ең кеүек аҫылынып йөрөгән ҡулым әкренләп хәрәкәтләнә башланы. Әсәй ҙә: “Йөрө, ҡыҙым, йөрө, ҡулың хәрәкәтләнә башланы бит”, – ти. Шулай итеп, йыл һайын каникулда колхозда эшләнек.

Өҫкә-башҡа кейем алырға аҡса юҡ, аҡса булһа, магазинда әйбер юҡ. Сәй, шәкәр алырға Чернушка баҙарына барып, йомортҡа, май һатып, аҡса эшләйбеҙ.

Мәктәпте тамамлағас, “Институтҡа уҡырға барам”, – тинем. “Мин һине уҡыта алмайым”,  – тип кенә ҡуйҙы әсәй. Нимә эшләргә? Ул ваҡытта ауылда йәшәгәндәргә паспорт та бирмәйҙәр ине. Күрше Ауыҡ-Бүләк ауылынан бер ҡыҙ ситтән отпускыға ҡайтҡан тип ишеттек тә әсәй менән барып һөйләштек. Ул Дания исемле ине. Мине үҙе менән алып китергә ризалашты. Таныш-белеш кешеләр арҡылы паспорт алдым. Әсәй башмаҡты һатып, миңә аҡса бирҙе. Китер ваҡыт еткәс, Ауыҡ-Бүләккә ҡәҙәр оҙатып барҙы. Унан Әнисә тигән апай ҙа беҙҙең менән ҡуҙғалды. 

Поезға ултырып, Силәбе өлкәһендәге Потаниноға барып еттек. Кирбес заводына эшкә төшөп, Әнисә апай менән ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек. Бер йыл эшләгәс, икәүләп отпускыға ҡайтып киттек. Өҫ-башты мөмкин ҡәҙәр нығыттыҡ, әҙерәк запас аҡса ла ҡалды.

Тәтешлегә барып, мәғариф бүлегенән эш белештем. Мине Уяҙыбаш ауылының башланғыс мәктәбенә ебәрҙеләр. Икенсе йылына Гәрәбаш ете йыллыҡ мәктәбенә күсерҙеләр.

1959 йылда кейәүгә сыҡтым. Һигеҙ ай Свердловск өлкәһендәге Дегтярск ҡалаһында йәшәнек, иптәшем ошонда шахтала эшләй ине. 1960 йылдың авгусында улыбыҙ тыуҙы, Илдар тип исем ҡуштыҡ. Балаға бер йәш тулғас, Бәҙрәш ауылында почта начальнигы булып эшкә сыҡтым.

Үкенескә ҡаршы, ирем менән ғаилә тормошонан уңманым. 1975 йылда Тәтешлелә өй алдым. Яңғыҙмын тип тормай, әкренләп донъямды нығыттым, улым да үҫте. Илдар өлкән кластарҙа уҡығанында каникул ваҡытында комбайнда эшләп йөрөнө.

Уҡытыуҙы ташлап, Өфө финанс техникумына уҡырға индем. Тәтешлеләге Һаҡлыҡ банкы кассаһында бухгалтер булып эшләнем. Хеҙмәтемә бар күңелемде һалырға тырыштым. Ҙурлап почет таҡтаһына ҡуйҙылар. Хаҡлы ялға сыҡҡас, баҡса һатып алдым. Ер эшен һәр ваҡыт яратып башҡарҙым.

Әсәйем 2000 йылда 89 йәшендә донъя ҡуйҙы, йәне йәннәттә булһын. Бергә ҡартайҙыҡ тиһәң дә була. Илдар улым менән киленем Өфөлә төпләнде. Йәшем олоғайғас, балалар үҙҙәренә йәшәргә саҡырҙы. Әлеге ваҡытта улым һәм киленем менән бергә йәшәйбеҙ. Бөгөнгө йәшәйешемә шөкөр тим, балаларыма рәхмәтлемен.

Был яҙманы яҙыуымдың сәбәбе – тормошта бөтә нәмә кешенең үҙенән тора. Ғүмер – күҙ асып йомғансы үтер мәл генә. Ҡәҙерен белеп, тырышып, булмағанды булдырып йәшәгеҙ, һынауҙар, ауырлыҡтар ваҡытлыса, уларҙы еңә белергә генә кәрәк.

 

Руфина НИЗАМОВА.

Өфө районы,

Михайловка ауылы.

Читайте нас