

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән Хөсниямал Хәлил ҡыҙы Ишморатованың ҡомалаҡ икмәген район үҙәгендә күптәр иҫләйҙер. Хөсниямал инәй – 25 йыл Бөрйән икмәкханаһында эшләп, оло абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәт ветераны.
“Беҙ иң ауыр, әсе ваҡыттарҙа эшләнек. Ҡаҙанда ҡомалаҡ ҡайнатып, һарҡытып алабыҙ, әсетәбеҙ. Ҡомалаҡты әҙерләү контораһынан алып киләләр ине”, – тип башланы һүҙен Хөсниямал Хәлил ҡыҙы. Әлбиттә, бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылған ул заманда ҡамырҙы тиҙ ҡабарта торған әсеткеләр булмаған. Бөтәһе лә тәбиғи әсетке ҡулланып икмәк бешергән. Ә бит ҡомалаҡ икмәге файҙалы ла, тәмле лә. Ашҡаҙанға яҡшы тәьҫир итә. Ундай икмәк тиҙ иҫкермәй, еҫләнмәй.
– Икмәк бешереү – бик оҙайлы эш. Беҙ эшкә килеүгә алдағы смена ҡыҙҙары ҡомалаҡ әсеткеһе ҡуя, шуны ҡамыр итеп баҫып, бешереп алабыҙ, унан киләһе сменаға тағы әсетке әҙерләйбеҙ. Бер әйләнеш икмәк бешереп алыу өсөн ҡамыр баҫып китәбеҙ. Тәүге ваҡыттарҙа кәритәлә баҫтыҡ, аҙаҡ ҡаҙандарға күсеп алдыҡ. Дүрт сменала икешәр кеше эшләнек. Бер сменала дүрт ҡаҙан ҡамырҙан икмәк бешереп ала инек. Айырым ут яғыусылар булды. Өҫтәүенә, тәүге мәлдәрҙә электр энергияһы булманы, ут яҡтыһында эшләй инек. Көндөҙ эшләйһең ул, ә бына төндәрен ҡыйын булды, – тип хәтерләй Хөсниямал инәй.
Икмәк бешереүҙән тыш, утын ташыу, уны киптереү, келәттән он ташыу кеүек эштәрҙе лә үтәргә тура килә икмәк бешергән апайҙарға.
– Ҙур, ауыр көрәкте мейескә тығып ебәрәһең, икмәге менән бергә һурып алаһың. Шул мәлдәрҙә аяғыма күмер төшөп, янып ыҙаланым, өйрәнеп алғас, бирешмәнем. Ҡайһы ваҡыт алмашсылар сменаға килеп өлгөрмәһә, ташлап ҡайтып булмай, артабан эшләйһең. Һыу булмаһа, Алағуяндан һыу ташыныҡ. Хәҙер уйлайым да, нисек эшләгәнбеҙҙер, өсәр төн йоҡламаған саҡтар була торғайны. Икмәктең ағын да, икенсе сортлы ондан ҡараһын да бешерҙек. Онға ҡытлыҡ булманы, ваҡытында килтереп торҙолар, Белорет яғынан ташынылар. Өс төн эшләйбеҙ, сменанан сыҡҡас, ике көн ял итәбеҙ. Ҡайтҡас йоҡлайым тиһәң дә, ғаиләле кешегә ул эләгәме һуң? – ти хеҙмәт ветераны.
Балаларҙы, мал-тыуарҙы, донъяны ҡарарға кәрәк. Икмәкханала эшләһә лә, өйҙә икмәкте үҙе бешерә. Бер ваҡытта ла эшкә һуңлап йөрөмәгән. Артабан Хөсниямал Хәлил ҡыҙына өс йыл Темәс ауылында эшләргә тура килә. Унан инде ашханала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
– Икмәкте бала кеүек ҡарап ҡына бешермәһәң, уңмай ул. Ҡомалаҡ һәйбәт булһа, ул да ҡабарып, матур булып бешә. Беҙ бешергән икмәккә ихтыяж ныҡ ҙур булды, төрлө эш урындарына, урман хужалығына, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, сауҙа нөктәләренә, ашханаға, дауаханаға тараттылар. Икмәктең хаҡы 13, 20 тин, иң ҡыйбаты 25 тин булды.
Собханғол халҡы икмәкхананың үҙенән килеп алыуҙы хуп күрә торғайны. Бер мәл Байназарҙан икмәк алырға бер ҡарт килгән булған. Тәҙрәләрҙә ҡорған юҡ, төнгө сменаға барғанмын. Тәҙрә янынан ап-аҡ шәүлә үткәнен аңғарып ҡалдым, ҡот китте. Был ни ғәләмәт? Теге ҡарт минең ҡурҡҡанды аңлап, тыныс ҡына: “Ҡыҙым, ҡурҡма, мин Байназарҙан икмәккә килдем, Сәлмән ҡарт булам”, ти, – тип фиҙакәр хеҙмәт йылдарын иҫкә алды Хөсниямал Хәлил ҡыҙы.
Ҡомалаҡ икмәге һалыу оҫтаһы булып танылған Хөсниямал инәй Ишморатоваға хәйерле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләге килә. Үҙ ғүмерендә ҡабарып торған әпәкәйҙәр бешереп, күпме кешенең рәхмәтен алған ул.
Әлфинә ЮЛСУРИНА.
Бөрйән районы.