Йәмғиәт
2 Ноябрь 2021, 08:28

Телде өйрәнгәндәргә – яңы ҡулланма

“Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу ҡулланмаһы башҡорт телен башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән. Ул башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, телебеҙҙең йәмғиәттә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында яҙылған.

Ошо ҡулланма, туған телде өйрәнеү  һәм башҡалар хаҡында “Башинформ” мәғлүмәт агент­лығында матбуғат конференцияһы булды.

Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, педагогия фән­дәре кандидаты, доцент, уҡыу әсбабы мөхәррире Сынтимер Баязитов был баҫманың Баш­ҡорт­остан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 14 декабрендә уҙға­рылған Башҡортостан муниципаль район һәм ҡала округ­та­рының башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашыу йомғаҡ­тары ниге­ҙендәге йөкләмәләрҙе үтәү буйынса баҫылыуы хаҡында бел­дерҙе.

 –  Грантты тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфө күп профилле һөнәри колледжының авторҙар коллективы – филология фәндәре кандидаттары, доценттар Рида Латипова, Фәнзил Санъяров, баш ҡалалағы  44-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыу­сыһы Ләлә Сафина һәм рес­публиканың Гражданлыҡ йәм­ғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу баҫмаһы нәшер ителде, – тине Сынтимер Биктимер улы.

Шуныһы үҙенсәлекле: баҫма башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған. Был курс 32 дәрескә иҫәпләнгән. Уҡыу ҡулланмаһы баш­ҡорт телен уҡытыусы етәксе­легендә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.

– Баҫма тематик йәһәттән бү­ленгән ете бүлектән һәм өс ҡушымтанан тора. Һәр бүлек үҙенең композиция йәһәтенән тамамланған булыуы менән айырыла. Ул телмәр – тел – коммуникатив телмәр компетенцияһын формалаштырыуға булышлыҡ итә, – тине филология фәндәре кандидаты, доцент, Өфө күп профилле һөнәри колледжы дирек­торының уҡыу-етештереү һәм инновациялар эше буйынса  урын­баҫары Рида Латипова.

Филология фәндәре кандидаты, доцент, Өфө күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы, әсбап авторы Фәнзил Санъяров “Уҡыу өсөн текстар” ҡушым­таһында мәҙәни йүнәлештәге текстарҙың бирелеүе һәм уларҙың телде белеү кимәленә ярашлы икәнлеген билдәләне.

“Авторҙарҙы бик оҙаҡ эҙләнек”,  – тине матбуғат кәңәшмәһендә Баш­ҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Ә бына баш ҡалалағы 44-се полилингваль күп профилле мәк­тәбе уҡытыусыһы Ләлә Сафина уҡытыусының аудитория менән эшләгәндә лә теоретик мате­риалдарҙы файҙаланыу мөмкин­лек­тәре хаҡында һөйләне. Мат­буғат конференцияһында “Баш­ҡортос­тан уҡытыусыһы” журна­лының баш мөхәррире Салауат Кәримов әсбапҡа сит телде инде­реү кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Әле “Башҡорт теле. Яңы ҡа­раш” уҡыу пособиеһының II өлөшө нәшерләүгә әҙерләнә. Был иһә башҡорт телен өйрәнергә теләү­селәрҙең белемен йәнә камил­лаштырырға, тәрәнәйтергә булыш­лыҡ итәсәк.

- Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас