

Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, ниндәй генә осор булмаһын, һаулыҡ-бәхеттән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ был донъяла.
Бының өсөн туҡланыуҙың мөһим роль уйнауын онотмайыҡ. Шуға рационығыҙҙа биш төр аҙыҡ-түлектең булыуы хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.
Йәшелсә, еләк-емеш. Уларҙың барыһында ла С витамины күп. Ә ул иммунитет өсөн бик кәрәк. Бынан тыш, ул – антиоксидант та, йәғни тәндең йәшәреүенә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, В төркөмөнә ҡараған витаминдарҙың ҡан ялҡынһыныуҙан һәм башҡа кире йоғонтонан һаҡлауы хаҡында оноторға ярамай.
Сәтләүектәр. Уларҙа омега 3, тағы Е һәм Н (биотин, В7) витаминдары бар. Әйткәндәй, Е витамины ла антиоксидант икән.
Диңгеҙ ризыҡтары. Улар организмды шулай уҡ омега 3, йод, цинк, аҡһым менән тәьмин итә. Һуңғыһы, белеүебеҙсә, быуындар өсөн генә түгел, тире күҙәнәктәре өсөн дә “төҙөлөш материалы”.
Ит. Уны аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла ашарға кәрәк, сөнки унда организм өсөн мөһим аҡһым менән тимер бар. Тап улар организмды, шул иҫәптән тирене кислород менән тәьмин итә. Ә был иһә – матурлыҡтың, сәләмәтлектең үҙе. Бигерәк тә бауырҙың файҙалы икәнлеген онотмайыҡ.
Ярма, дөгө, макарондың ҡаты сорттары В һәм РР төркөмөнә ҡараған витаминдарға бай. Улар аҙыҡ-түлектең яҡшы эшкәртелеүен тәьмин итә, эсәктәрҙең сәләмәт булыуы өсөн яҡшы.
Әле һауа торошо тотороҡһоҙ, ышанысһыҙ. Берсә ямғыр һибәләй, берсә ҡояш нурҙары һаран ғына битте иркәләй, өҫтәүенә, төрлө инфекциялар һағалай. Тап бына ошондай ваҡытта туҡланыуҙың сәләмәтлеккә, тимәк, матурлыҡҡа ла йоғонто яһауы хаҡында онотмайыҡ һәм үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, һау булайыҡ.
- Айһылыу НИЗАМОВА