

Изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар – тураһында әллә күпме шиғри юлдар һалынған, бихисап әҫәр ижад ителгән. Мәҫәлән,
Уҡытыусы — ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй,
– тип яҙып ҡалдырған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов.
Барыһы ла остаз була алмай
Кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары ошо һөнәр эйәләренә һалынған, тигән ышаныс бар. Изге йөрәкле, балалар менән уртаҡ тел таба белгән, йәш быуын вәкиле күңеленә яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә, тырыш хеҙмәткә һәм башҡа бихисап ыңғай ғәмәлгә орлоҡ һала белгәндәр генә тап ошо шөғөлдө һайлай алалыр. Йәнә уҡытыусы – һәр ҡыҙҙы һәм малайҙы белем тауҙары үренә әйҙәүсе, ҡатмарлы тормош һуҡмаҡтарында юғалып ҡалмай, фәҡәт үҙенең юлын табырға өйрәтеүсе, ярҙам итеүсе.
Донъялағы иң ғәҙел, иң сабыр һәм иң кәрәкле һөнәр эйәләренең береһе ул – уҡытыусы. Һәммәһе лә оло ихтирамға лайыҡ. Бөгөнгө геройым – “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” бәйгеһе еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантын яулаған педагог, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре Клара Дәүләтбаева. Уның белем биреү өлкәһендә эшләүенә 35-се йыл.
Клара Мырҙағәле ҡыҙы – Ейәнсура районындағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы. Ул йәш быуынға туған телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ серҙәрен төшөндөрөп кенә ҡалмай, төрлө сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында икенсе тапҡыр еңеүсе булдым. 2006 йылда был бәйге тәүгә үткәрелгәндә беренселекте яулағайным, – тип уңыштары менән уртаҡлашты Клара Дәүләтбаева. – Был конкурс алты критерийҙан тора. Талаптар ҡаты ҡуйылған. Уҡытыусының төрлө яҡлы эш һөҙөмтәләре булырға тейеш”.
Әлеге “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында республикабыҙҙан 127 педагог ҡатнашты, 33-ө еңеүсе булды. Улар араһында Клара Мырҙағәле ҡыҙы, иң юғары (49) балл йыйып, беренселекте яуланы. “Тынғы белмәй, ҡайнап, янып, күп көс түгеп, ижади эшләгән уҡытыусы ғына был бәйгелә еңә ала”, – тигән фекерҙә ул.
Бала саҡ хыялынан башланған юл
Ә уҡытыусы һөнәренә һөйөү уның күңеленә бәләкәй сағынан уҡ һалынған. Һигеҙ балалы ҙур, татыу, эшкә маһир ғаиләлә үҫкән ҡыҙ туғандары менән төрлө китап уҡыр, атластан ҡала-ауыл, йылға-күл исемдәрен эҙләп уйнар булған. Тыуған ауылы Буранғолда (Ейәнсура районы) мәктәп өс йыллыҡ ҡына булыу сәбәпле, ата-әсәһе туғыҙ йәшлек ҡыҙҙарын белем алыу өсөн Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһына ебәрә. Ул ваҡытта бында тик “бишле”гә уҡығандарҙы VIII кластан һуң Өфөләге хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына урынлаштырғандар: тырыш ҡыҙға, шулай итеп, баш ҡалала белем алыу бәхете тәтей.
Артабан – Стәрлетамаҡ педагогия институты, аспирантура... Ауылға ялға ҡайтҡан ваҡыттарында ҡыҙҙы, ғәҙәттә, урамда ҡыҙҙар-малайҙар һырып алыр була. Ошо бәләкәстәргә ҡарата һөйөүе Клара Мырҙағәле ҡыҙын уҡытыусылыҡты һайларға өндәй ҙә. Һәм ул тап ошо юлдан киткәненә һис үкенмәй. “Балаларҙың күңеленә асҡыс табып эшләгәндә генә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин”, – ти хәҙер Клара Мырҙағәле ҡыҙы. Ә уның уҡыусылары һынатмай – район, республика олимпиадаларында, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, төрлө конкурстарҙа даими яулаған еңеүҙәре, призлы урындары тап ошо хаҡта һөйләй.
Төрлө конкурс-бәйгеләрҙә үҙ көсөн һынап ҡарай уҡытыусы. Уҡыусылары ла шулай өйрәнгән. Мәҫәлән, Гагарин олимпиадаһында VIII класс уҡыусыһы Гүзәлиә Ваһапова беренсе урынды яулаған. Бының өсөн уның остазына “Гагариндың осоуына – 60 йыл” тигән миҙал тапшырылған.
Клара Мырҙағәле ҡыҙы һәр баланың ижади мөмкинлектәрен табырға, асырға һәм үҫтерергә тырыша. Мәҫәлән, уҡыусылары Әлиә Теләүембәтова, Айгөл Аҙнабаева һәм Альбина Мөхәмәтйәрованың шиғыр, хикәйә китаптары сығарыуы – быға асыҡ миҫал. Өҫтәүенә, уҡытыусының тыуған яғында донъя күргән “Ейәнсура таңдары” гәзите биттәрен дә йыш ҡына тап уның уҡыусыларының ижад емештәре биҙәй. Йәнә “Аманат” журналында, “Йәншишмә”лә мәҡәләләре донъя күрә. Әйткәндәй, X класс уҡыусыһы Айгүзәл Мөхәмәтйәнова менән IX кластан Вәсилә Хәкимоваға ижади һәләттәре өсөн “Аманат”тың “Йәш хәбәрсе” танытмаһы тапшырылған. Шулай уҡ был ҡыҙҙар Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған республика конкурсында еңеүсе тип танылған. Ә был ҡаҙаныштарға, әлбиттә, Клара Мырҙағәле ҡыҙы “сәбәпсе”, сөнки тап уның балаларҙы ижадҡа әйҙәүе, әҙәбиәт тигән сихри, мауыҡтырғыс донъяға йәлеп итеүе ошондай матур күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам иткән. Уҡыусыларҙың үҙ сиратында остаздарына булған хөрмәте ижади емештәрендә сағыла. Мәҫәлән, уҡытыусыһының һөнәрен һайлаған Айгөл Аҙнабаеваның шиғри юлдарында тап ошо хаҡта бәйән ителә:
Ер йөҙөндә һөнәрҙәр күп,
Барыһы ла кәрәкле.
Һәр кем мәшғүл эше менән,
Һөнәрһеҙҙәр һирәктер.
Оло тормош юлында
Юғалып ҡалмаҫ өсөн,
Барыһын да өйрәтәлер
Бары тик уҡытыусы.
Минең уҡытыусым да –
Оло йөрәкле кеше!
Бөтә булмышын һалып,
Башҡара ул үҙ эшен.
Илем, телем, халҡым тиеп
Ғорурланып йәшәргә,
Өйрәтә ул беҙҙе тағы
Үҙаллы фекерләргә.
Һәр баланың күңеленә
Асҡысын таба белә.
Үҙенә ышаныс арттыра
Яғымлы һүҙе менән.
Кәрәк саҡта ихластан
Ярҙам ҡулы һуҙа ул.
Уҡыуҙа аҡһай башлаһаң,
Талапсан да була ул.
Беҙ шәхес булһын тиеп,
Йәлләмәй ул үҙ көсөн.
Изге, яҡшы, ғәҙел кеше
Булып үҫһендәр өсөн.
Ташып торған дәрте менән
Беҙҙе лә йәнләндерә.
Әйтерһең, ятҡан ҡурайҙы
Ел өрөп көйләндерә.
Талантлы уҡытыусымдан
Мин дә өлгө аламын.
Уның кеүек тырыш булып,
Төрлө үрҙәр яулармын!
– Уҡыусыларымдың юғары баһаһы, ҙур һөҙөмтәләрем, эш тәжрибәм мине үткән уҡыу йылында 26-сы тапҡыр уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021” төбәк-ара һөнәри бәйгеһенә алып килде, – ти Клара Мырҙағәле ҡыҙы. – Көсөргәнешле бәйгенән еңеү менән ҡайттым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына һәм Республика ата-әсәләр комитетының махсус призына лайыҡ булдым.
Белеүебеҙсә, был награда милли мәҙәниәтте, телде, рухты һаҡлау, үҫтереү буйынса оҙайлы, емешле алып барған хеҙмәт өсөн тапшырыла.
“Кешене рухи ҡәнәғәтлек йәшәтә”
...Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, тиҙәр. Клара Мырҙағәле ҡыҙының бәләкәй саҡтан һүҙ ҡөҙрәтенә, мөмкинлектәренә ышанып үҫкән уҡыусылары киләсәктә әллә ниндәй үрҙәр яулар әле! Туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә һөйөү уятҡан, тәрбиәләгән уҡытыусыларыбыҙҙың береһе:
– Артабан да халҡыма, Башҡортостаныма хеҙмәт итермен һәм нур сәсермен! Яңынан һөнәр һайлауға мөмкинлек сығып, кем булыр инең, тип һораһалар, бер ҙә уйлап тормайынса: “Мотлаҡ Уҡытыусы!” тиер инем, сөнки үҙем һайлаған юлым – күңел талабым! – ти.
Йәнә Клара Мырҙағәле ҡыҙы – матбуғаттың тоғро дуҫы ла. “Ташҡа баҫылған ҡыуаныслы хәбәрҙәргә бергә шатланаһың, бик күп мәғлүмәт алаһың, конкурстарҙа ҡатнашаһың. Рәхәтләнеп рухи байлыҡ алаһың! Кешене ошондай ҡәнәғәтлек йәшәтә лә”, – ти ул.
- Айһылыу НИЗАМОВА.