

Танышыбыҙ – ғәрәп егете Мәхмүт Мөхәммәт улы Әлфүкаха Сәғүд Ғәрәбстанында тыуып үҫкән. Бәләкәй генә сағында ғаиләләре менән Яҡын Көнсығыштағы Иорданияға күсергә тура килә. Йыл әйләнәһенә тиерлек ҡоро һәм йылы климат хакимлыҡ иткән илгә ситтән килгән кешеләр ағымы туҡтамай, туризм – ил иҡтисадында мөһим роль уйнаған тармаҡтарҙың береһе.
Шуныһы ҡыҙыҡ, туристарҙың сирек өлөшөн бында дауаланыу, һаулыҡтарын нығытыу уйы ылыҡтыра. Медицина өлкәһе йыл һайын илгә бер миллиард доллар табыш килтерә.
Ғөмүмән, бик үҙенсәлекле, төрлө белгестәргә бай, халҡының 80 проценты юғары белемгә эйә булған, уҡыуҙы барыһынан өҫтөн ҡуйған ил ул Иордания. Медицина факультетына уҡырға инергә хыялланмаған бер кем дә юҡ бында, доктор статусы юғары баһалана, табип булыу ғорурлыҡ тойғоһо уята, тиҙәр. Заманса техникаһы һәм ныҡлы фармакология базаһы булған йөҙҙән ашыу клиника донъяның төрлө төбәктәренән килгән туристарҙы ҡабул итергә әҙер.
Ә бына ғәрәп егете, кардиолог Мәхмүт Мөхәммәт улы күптән Рәсәй илен, Башҡортостан ерен үҙ иткән, ошонда белем алған, ғаилә ҡорған, табип профессияһына эйә булған һәм республикабыҙҙы ташлап бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай.
– Мәхмүт Мөхәммәт улы, һеҙҙең рус телен һыу кеүек эсеүегеҙгә, бер ниндәй акцентһыҙ, хатаһыҙ һөйләшеүегеҙгә хайран ҡалырлыҡ! Нисек тиҙ үҙләштерә алдығыҙ, рус теленең нескәлектәре, үҙенсәлектәре ярайһы ҡатмарлы…
– Ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде, йәшермәйем. Телгә хөрмәт күрһәтмәйенсә уны өйрәнеүе ауыр. Телде белеү донъяға, профессияға киң юл аса. 2007 – 2014 йылдарҙа Донецк ҡалаһында Максим Горький исемендәге Милли медицина университетының дауалау факультетында уҡығанда телде өйрәнеү, шымартыу өҫтөндә байтаҡ эшләнем.
– Белеүебеҙсә, Иордания юғары кимәлдәге медицина клиникалары менән дан тота. Ни өсөн яҙмышығыҙҙы Башҡортостан, Өфө менән бәйләүегеҙҙе белгебеҙ килә…
– Бөтәһе лә һис көтмәгәндә, уйламағанда килеп сыҡты. Бөгөнгөләй хәтеремдә, атайым менән Амман ҡалаһы буйлап йөрөгәндә, бер иғлан күҙгә салынды. Төрлө илдәрҙәге вуздарға йәштәрҙе уҡырға саҡыралар. Ҡыҙыҡһынып киттек. Башымда табип булыу уйы ла юҡ… Беҙҙә табип һөнәренә эйә булыу өсөн күп аҡса кәрәк, һәр кем дә түләй алмай. Бына шулай яҙмыш еле Донбасс төбәгенә ташланы. Унда тыныслыҡ юғалып, сыуалыштар башланғас, кире ҡайтып киттем, документтарҙы тәртипкә һалырға ла кәрәк ине. Ординатураны тамамлау теләге мине Өфөгә алып килде.
Ни өсөн Өфө тимәксеһегеҙме? Иорданияла ординатурала уҡыу ҙур сығымдар талап итә, ә һеҙҙәге түләү күтәрерлек. Рәсәйҙә Башҡортостан тигән гүзәл республика барлығын Сәғүд Ғәрәбстанында йәшәгән саҡта уҡ белә инек. Беҙҙә оҙаҡ йылдар Рәсәйҙең “Стройтрансгаз” компанияһы эшләне. Атайым ошонда Дүртөйлө районынан Руслан исемле инженер менән танышҡан. Үҙ-ара тығыҙ аралаша, һөйләшә торғас, яҡташығыҙ ғаилә дуҫына әүерелеп китте. Уның тәҡдиме менән Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, ике йылда ординатураны тамамланым.
Хәҙер бына һеҙҙә алған белем менән өс йыл эшләйем. Тәүҙә Тимер юлсылар дауаханаһында тәжрибә тупланым, 10-сы дауаханала бер ай буйы инфекционистарға ярҙам иттем. Әле 18-се ҡала дауаханаһында инфекционист-кардиологмын.
– Тыуған яҡ һағындырмаймы? Ҡатмарлы эпидемиологик хәл пландар ҡороу өсөн ҡамасау түгелдер бит?
– Эйе, әлегә бөтә донъя вирус таралыуға ҡаршы көрәшә, үтә тынғыһыҙ, хәүефле ваҡыт, тик өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Мин аспирантура тамамланым, кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләүемде дауам итәм. Өфөнөң 18-се дауаханаһы ауыр хәлгә дусар, сире ковид менән ҡатмарланған ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Кардиолог булараҡ, ҡулдан килгән барлыҡ медицина ярҙамын күрһәтергә, кешеләрҙе ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарырға тырышам.
Иорданиялағы хәл менән дә ҡыҙыҡһынып торам, унда ла күп ауырыйҙар. Медицина тармағының ҙур өлөшө шәхси ҡулдарҙа, дәүләт клиникалары аҙ. Вакциналар бушлай яһалһа ла, ковидтан дауаланғандар 15-30 мең һум самаһы аҡса түләргә мәжбүр.
Рәсәй дәүләт клиникаларының күплеге, бушлай дауалауҙан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеге менән ҡырҡа айырыла, яҡшылыҡты ла күрә, баһалай белергә кәрәк.
Башҡортостанды мин яратам, тормошоғоҙ яҡшы, ә кешеләрегеҙ ниндәй алсаҡ, йомшаҡ күңелле, ябай! Бары мәкерле зәхмәтте тиҙерәк еңергә кәрәк. Ҡатыным Оксанаға ла республика оҡшай. Ҡыҙыбыҙ Аврораға бары алты ай ғына, ул – ысын Өфө ҡыҙы.
Бары ҡышығыҙҙың һыуыҡ булыуына күнегеп бөтә алмайым. Өфөләрҙең еңелсә генә кейенеп ҡышты үткәргәненә аптырайым. Хәйер, күңелегеҙҙең киңлеге, йылылығы өшөргә ирек бирмәйҙер…
Динә АРЫҪЛАНОВА.