Йәмғиәт
3 Ноябрь 2021, 15:00

Белгестәргә ҡытлыҡ булмаһын өсөн

Үҙәк беҙгә эшсе һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләүҙе өр-яңы кимәлгә сығарыу мөмкинлеген бирәсәк.

Белгестәргә ҡытлыҡ булмаһын өсөнБелгестәргә ҡытлыҡ булмаһын өсөн
Белгестәргә ҡытлыҡ булмаһын өсөн

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Туймазыла һәм Сибайҙа йоғошло ауырыуҙар госпиталдәре, урта һөнәри белем биреү кадрҙарын әҙерләү буйынса федераль үҙәк төҙөүгә ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.

“Туймазыла һәм Сибайҙа инфекция госпиталдәрен төҙөү бурысы йылдам үтәлә. Был мәсьәлә менән көн дә шөғөлләнәбеҙ. Төҙөлөшкә ошо арала тотоноу өсөн документтар әҙерләйбеҙ. Әммә йәнә бер эш шулай уҡ туҡтап тормай. Рәсәй Хөкүмәте Өфөлә урта һөнәри белем биреү кадрҙары әҙерләү буйынса федераль үҙәк асыуҙы хупланы. Был проект өсөн ныҡлы көрәштек тиһәм, хата булмаҫ. Бер нисә ай дауамында Рәсәй Мәғариф министрлығы етәкселеге менән аралаштыҡ. Уның белгестәре Өфөгә килеп, майҙансыҡтың үҙәк асыу өсөн яраҡлымы-түгелме икәнлеген, беҙҙең компетенцияларҙың һәм ресурстарҙың етеү-етмәүен баһаланы. Оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән, проектты яҡлағандан һуң ҡарар беҙҙең файҙаға булды.

Был беҙгә эшсе һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләүҙе өр-яңы кимәлгә сығарыу мөмкинлеген бирәсәк. Уҡыу юғары технологиялы ҡорамалдар ярҙамында һәм заманса стандарттар буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Йылына үҙәк аша 15 мең самаһы кеше үтәсәк. Бындай система урта һөнәри белем биреү баҙарындағы кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү мөмкинлеген бирәсәк.

Үҙәкте WorldSkills майҙансығында асабыҙ. Проектты өс этапта тормошҡа ашырабыҙ. Киләһе йылда – уҡыу һәм торлаҡ корпустар, 2023 йылда – конференц-киңлектәр һәм административ бина, 2024 йылда офис бүлмәләре төҙөйбөҙ. Үҙәккә тәүге студенттар бер йылдан йәлеп ителер, тип күҙаллайбыҙ”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: instagram.com

Сығанаҡ: instagram.com

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас