Йәмғиәт
3 Ноябрь 2021, 16:30

Иртәгә - “Дан һиңә, Ватаным!” онлайн-марафоны

Республикабыҙ кемдәр тураһында ҙур махсус репортаж тәҡдим итәсәк?

Иртәгә - “Дан һиңә, Ватаным!” онлайн-марафоныИртәгә - “Дан һиңә, Ватаным!” онлайн-марафоны
Иртәгә - “Дан һиңә, Ватаным!” онлайн-марафоны

4 ноябрҙә Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә арналған 16 сәғәтлек үҙенсәлекле проект башлана.

Ҙур аудитория Рәсәй дәүләтенең төҙөлөүенә шаһит буласаҡ, байтаҡ тарихи фактты асып, хәҙерге Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың тарихы һәм көнкүреше менән танышасаҡ.

Башҡортостан Төньяҡ амурҙары тураһында ҙур махсус репортаж тәҡдим итә. Республика тарихында һоҡланғыс, данлы биттәр байтаҡ. Башҡорт яугирҙәре – “Төньяҡ амурҙары” тураһындағы йылъяҙма-риүәйәт шуларҙың иң сағыуылыр, моғайын. Бындай исемде батырҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында алған. Башта халыҡ был сәйер һыбайлыларға ҡурҡып ҡараған. Асылда иһә, француз армияһына ҡаршы бөтә һуғыштарҙа тиерлек ҡатнашҡан башҡорт атлылары, Уралдан алып Парижғаса юл үтеп, Рәсәй һәм Европа географияһында ла, сәнғәттә лә, архитектурала ла юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.

Кемдәр һуң ул “Төньяҡ амурҙары”, “Любезники-любизар”, “башкирцы”, “осҡор корпус”. Бөгөн улар халыҡ хәтерендә нисек һаҡланып ҡалған? Был һорауҙарға яуапты “Дан һиңә, Ватаным!” Бөтә Рәсәй телемарафоны сиктәрендә республика журналистарының махсус репортажында табырһығыҙ. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы журналистары 1812 йылғы Ватан һуғышына бәйле тарихты һөйләр. Махсус репортаж Уралдан алып Парижғаса географияны үҙ эсенә ала. Тапшырыу Башҡортостандың Өфө районында, Ырымбур, Калуга өлкәһендә генә түгел, Нидерландтарҙа, Германияла төшөрөлгән. Проект буйынса эш Рәсәйҙең төп музейы – Санкт-Петербургтағы Дәүләт Эрмитажында ла барған.

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы тарафынан 16 сәғәтлек уникаль проект smotrim.ru федераль платформаһының һәм “Башҡортостан 24” телеканалының тура эфирында 4 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Фото: 123ru.net

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас