Йәмғиәт
4 Ноябрь 2021, 09:00

Бурысҡа аҡса һораһалар...

Һәр кем раҫлай алалыр, моғайын: ҙур булмаған сумманы бурысҡа алып торалар ҙа, ҡайтарырға “оноталар”. Ундай кешеләрҙең күптәре алыҫта, бәйләнеш тә юҡ. Хәҙер был мәсьәләлә заман үҙгәрҙе.

Бурысҡа аҡса һораһалар...Бурысҡа аҡса һораһалар...
Бурысҡа аҡса һораһалар...

Һәр кем раҫлай алалыр, моғайын: ҙур булмаған сумманы бурысҡа алып торалар ҙа, ҡайтарырға “оноталар”. Ундай кешеләрҙең күптәре алыҫта, бәйләнеш тә юҡ. Хәҙер был мәсьәләлә заман үҙгәрҙе.

Ни өсөн ҙур булмаған сумма һорайҙар? Сәбәбе берәү: ҡайһы берәүҙәр аҡса биреүсе артабан ҡул һелтәр, шул ғына аҡса өсөн судлашып йөрөмәҫ бит инде тип уйлай. Һәм хаҡлы булып сыға. Ҡабат-ҡабат талап итһәң, уның дошманына әүереләһең.

Бөгөн таныштарыңа бурысҡа аҡса биреүҙең кәрәге юҡ, сөнки банкка барып кредит алырға була. Шул иҫәптән – ҡыҫҡа ваҡытлы кредит. Элек кенә бындай мөмкинлек юҡ ине.

Бер көн танышым үтескә аҡса һорай. “Банктан ал, – тим. – Һис һүҙһеҙ бирәсәктәр. “Тинькоф.ру” йәки “Альфа-Банк-ру” сайттарына инәһең һәм – аҡса кеҫәңдә”. “Унда процент түләргә кәрәк бит”,– ти был. “Йөҙ көнгә саҡлым процент түләргә кәрәкмәй”, – тинем. Ул, риза булмай, китеп барҙы. Тимәк, 100 көнгә саҡлы миңә лә был аҡсаны ҡайтармаҫҡа уйлағанмы? Әллә бөтөнләй ҡайтармаҫҡа...

 

 

Фото: yandex.ru. 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас