Йәмғиәт
4 Ноябрь 2021, 08:00

Дуҫлыҡ монументына гөлләмә һалдылар

Бөгөн Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә Дуҫлыҡ монументына гөлләмә һалыу тантанаһы уҙғарылды.

Дуҫлыҡ монументына гөлләмә һалдыларДуҫлыҡ монументына гөлләмә һалдылар
Дуҫлыҡ монументына гөлләмә һалдылар

Бөгөн Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә Дуҫлыҡ монументына гөлләмә һалыу тантанаһы уҙғарылды.

Тантанала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Греков, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Марат Вәсимов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Ҡунаҡтар Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы айҡанлы ҡуйылған Дуҫлыҡ монументына гөлләмә һалды.

Фото: ufacity.info/press/news .

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас