Йәмғиәт
4 Ноябрь 2021, 15:00

"Сир менән бик оҙаҡ көрәште..."

Стәрлетамаҡтың элекке башлығы Владимир Куликов вафат. Уға 55 кенә йәш булған. 

"Сир менән бик оҙаҡ көрәште...""Сир менән бик оҙаҡ көрәште..."
"Сир менән бик оҙаҡ көрәште..."

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ: бөгөн Өфөлә Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Владимир Куликовтың ғүмере өҙөлгән. Уны ауыр хәлдә Республика клиник дауаханаһына килтергән булғандар. Хәбәр ителеүенсә, Владимир Иванович һуңғы өс аҙна сир менән көрәшкән.

Владимир Куликов 1966 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. ӨДНТУ-ны “Химия етештереүе машиналары һәм аппараттары” белгеслеге буйынса инженер-механик булып тамамлаған. 1992 йылдан алып төрлө вазифаларҙа тыуған ҡалаһы хакимиәтендә эшләгән. Һуңғы биш йылда иһә мэр булды һәм һуңғы айҙа үҙ теләге менән эштән киткәйне. 

Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙған: “Бөгөн яҡын дуҫым, хеҙмәттәшем, минән алда был вазифала эшләгән кеше вафат булды. Владимир Иванович бик оҙаҡ сир менән көрәште, тик еңә алманы. Мин уға “Иваныч” тип өндәшә инем. Беҙ дуҫтарса мөнәсәбәттә булдыҡ, әйтерһең, бер-беребеҙҙе ғүмер буйы белә инек. Владимир Иванович Стәрлетамаҡты үҫтереү өсөн бик күп көсөн һалды, тыуған ҡалаһы өсөн янып йәшәне. Уның ҡала мәнфәғәтендә башҡарырға планлаштырған бар эшен беҙ тормошҡа ашырасаҡбыҙ...”

Билдәле булыуынса, Владимир Куликовтың ҡатыны һәм өс улы ҡалған. Уны белгән һәр кем, стәрлетамаҡтар һәм республика өсөн ауыр юғалтыу был. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы мәрхүмдең ғаиләһенең сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас