

Юлдарҙа - боҙлауыҡ, тип иҫкәртә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Киләһе тәүлектәрҙә Башҡортостанда үҙгәреп тороусан һауа торошо күҙаллана. Яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙа иртәнге сәғәттәрҙә епшек ҡар, ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан. Төндә һауа температураһы - 3, - 8 градус, көнсығыш райондарҙа термометр бағанаһы -16-ға тиклем төшә, көндөҙ -1 +4 градусҡаса күтәрелә. Бынан тыш, ҡуйы томан төшөүе күҙәтелә - күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр тирәһе.
Өфөлә шулай уҡ алмашыныусан һауа торошо күҙаллана, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, секундына 8-13 метр. Һауа температураһы төндә -3, -5 градус, ҡала ситендә -8 градусҡаса һалҡынайта, ә көндөҙ иһә +2, +4 градусҡаса тиклем йылы күрһәтә.
Юлдарҙа боҙлауыҡ! Юлда айырыуса һаҡ булығыҙ!
Фото:Twitter