

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 15 октябрҙә башланғайны, 14 ноябргә тиклем дауам итә. Башҡортостандың ҡала һәм райондарында был эштә ирекмәндәр бик әүҙем ярҙамлаша. Төбәктең ирекмәндәр корпусы 18-ҙән 50 йәшкә тиклемге 500-ҙән ашыу кешене туплаған.
Мөһим сараға үҙ ирке менән ҡушылғандар иҫәп алыу участкаларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә халыҡҡа аңлатыу эше алып бара, "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша мәғлүмәт бирергә өйрәтә. Уларҙың барыһы ла ошо бурыстарҙы үтәгән мәлдә махсус жилеттар, ирекмәнлек танытмалары һәм шәхси һаҡлау кәрәк-ярағы менән тәьмин ителә.
Иҫәп алыуҙа ярҙам итергә теләүселәрҙе 1 августан 30 сентябргә тиклем перепись2020.добро.рф порталы аша һайлап алдылар. Хәҙер инде һәр муниципаль берәмектә ирекмәндәр корпусы һәм яуаплы белгес бар. Эш башланыр алдынан һәр штаб етәксеһе Ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам республика үҙәгендә онлайн-дәрес үтте һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын ойоштороу буйынса методик яҡтан тәҡдимдәр алды.
– Хәҙер киң күләмле бер сара ла ирекмәндәрһеҙ уҙмай тиерлек. Иҫәп алыуҙа ла шулай. Минең өсөн был эш – яңы ҡыҙыҡлы тәжрибә. Ҙур өлөш индерә алмаһам да, илебеҙҙең тарихына бәйлелегемде тоям, – ти Ҡалтасы районында халыҡ иҫәбен алыуҙа ярҙамлашыусы Алена Фәтхиева. – Беҙҙең районда оло һәм мохтаж кешеләр күп кенә, беҙ уларға төрлөсә булышлыҡ итәбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Байтаҡ нәмәне үҙем дә яҡшыраҡ аңлай башланым, уныһы ла файҙа.
Фото: Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.