Йәмғиәт
5 Ноября 2021, 11:10

Каникулдарҙы оҙайттылар

Уҡыусылар ҡасан мәктәпкә барасаҡ?

Добавить в предпочтительные источники Google
Каникулдарҙы оҙайттыларКаникулдарҙы оҙайттылар
Каникулдарҙы оҙайттылар

Республикала мәктәп каникулдарын 14 ноябргә тиклем оҙайттылар, тип хәбәр итә "Башинформ".

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш оператив штабы ултырышында был хаҡта ҡарар ҡабул ителде, тип белдерәләр төбәк Мәғариф һәм фән министрлығында. Алдан 8 ноябрҙә көҙгө каникулдар тамамланып, уҡыуҙар башланыр, тип планлаштырғайнылар. Хәҙер уҡыусылар ике аҙна контактһыҙ режимда буласаҡ. Республикала урынлашҡан башҡа өҫтәмә белем усаҡтары, колледждар, юғары уҡыу йорттары 8 ноябрҙә дистанцион форматта уҡый башлаясаҡ.

Автор:Миләүшә Сайтакова