Йәмғиәт
5 Ноябрь 2021, 08:00

"Модный приговор"ҙа барыһын да аптыратҡан

Өфө ҡыҙының кейемдәренә бигерәк тә Александр Васильев ғәжәпләнгән.

"Модный приговор"ҙа барыһын да аптыратҡан"Модный приговор"ҙа барыһын да аптыратҡан
"Модный приговор"ҙа барыһын да аптыратҡан

Өфөнән блогер Полина Вишневская «Модный приговор» телетапшырыуы алып барыусыһы Александр Васильевты аптыратҡан.

Ул студияға 3D принтер алып килгән, ул ғына ла түгел, кейемдәр баҫтырып килтергән.Б ыл тапшырыу эфирға 2 ноябрҙә сыҡты.

«Бындай агрегатты ысынлап тәүгә күрәм! – тип ғәжәпләнгән Васильев. – Был бит фантастика, модала яңы асыш, бик үҙенсәлекле әйберҙәр - Пако Рабан стилендә!» Васильев шулай уҡ принтерҙа баҫтырылған кейемдәрҙең туҡымаһы лейкопластырҙы хәтерләтеүен билдәләгән. Полина Вишневская тапшырыуға юбка баҫтырып алып килгән, бының өсөн принтер 100 сәғәт туҡтауһыҙ эшләне, ти ҡыҙ. Аппаратты тикшереп торорға кәрәк булғанлыҡтан, ул йүнләп йоҡламаған да икән. Бынан тыш, өс көн эсендә топ, туфли, сумка һәм аксессуарҙар ҙа баҫтырғандар. Бының өсөн ҡыҙға өс 3D принтер һәм дуҫтары ярҙамға килгән. Ә бына мода эксперты – яҡташыбыҙ Эвелина Хромченкоға был ысул менән кейем етештереү бер ҙә оҡшамаған, эстетик әйберҙәрҙе етештереү барыһының да ҡулынан килмәй, тип белдергән ул.

Фото П. Вишневскаяның шәхси архивынан.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас