Йәмғиәт
5 Ноябрь 2021, 10:30

Рәүфәт Фәтиховтың хеҙмәт өлгөһө

Юл алыҫ һәм ҡатмарлы, төрлө хәлдәр була. Ҡайһы саҡта Өфөнән сыҡҡанда ҡояш балҡып тора, ә Яр Саллыға барып еткәнсе дауылға һәм ҡойма ямғырға эләгәһең...

Рәүфәт Фәтиховтың хеҙмәт өлгөһөРәүфәт Фәтиховтың хеҙмәт өлгөһө
Рәүфәт Фәтиховтың хеҙмәт өлгөһө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо менән таныштырыуын дауам итә. Был юлы ул "Башавтотранс"тың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы шул ойошмала шофер булып эшләгән Рәүфәт Фәтихов тураһында яҙған.

"Рәүфәт Фидус улы Фәтихов Дүртөйлө автотранспорт предприятиеһында эшләй. Кешеләрҙе ташыу менән 30 йыл инде шөғөлләнә, әле Дүртөйлө – Өфө – Яр Саллы ҡала-ара маршруты автобусын йөрөтә. Рәүфәт Фидус улы үҙе әйтеүенсә, бөтә ғүмере тиерлек юлда уҙа, бер яҡҡа ғына ла 420 километр үтергә тура килә.

Юл алыҫ һәм ҡатмарлы, төрлө хәлдәр була. Ҡайһы саҡта Өфөнән сыҡҡанда ҡояш балҡып тора, ә Яр Саллыға барып еткәнсе дауылға һәм ҡойма ямғырға эләгәһең. Маршуттағы бер нисә сәғәт эсендә Рәүфәт Фидус улы пассажирҙар менән танышырға ла, аралашырға ла өлгөрә.

Һуңғы осорҙа Рәүфәт Фидус улы мәктәп автобусында ла йөрөй. Ундағы пассажирҙар категорияһы икенсе төрлө, әлбиттә. Балаларға айырым мөнәсәбәт кәрәк. Ә барыбер бөтәһенә лә оҡшай икән. Автобус йөрөтөүсе берсә малайҙар менән көрәш тураһында һөйләшә, берсә ҡыҙҙар менән – мәктәп кейеме хаҡында.

Һөнәрҙә иң мөһиме нимә? Уны яратырға, файҙа килтерергә. Рәүфәт Фидус улы Фәтиховтың был йәһәттән бөтә нәмәһе теүәл. Ул шулай уҡ йәштәрҙе эшкә өйрәтә.

Уңыштар һәм имен юлдар теләйем һеҙгә, Рәүфәт Фидус улы һәм “Башавтотранс”тың башҡа хеҙмәткәрҙәре! Намыҫлы эшләгеҙ, ә беҙ һеҙгә артабан да лайыҡлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ”, – тигән Радий Фәрит улы.

 

#ЖЗЛ_БАШКОРТОСТАН

 

Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас