Йәмғиәт
7 Ноябрь 2021, 06:00

Һуңлап килгән үкенес

Һылыу, ут кеүек ҡатын ҡоро һөйәккә ҡалған, төпкә батҡан күҙҙәре генә элекке Альбинаны хәтерләтә...

zen.yandex.ru Һуңлап килгән үкенесzen.yandex.ru Һуңлап килгән үкенес
Һуңлап килгән үкенесФото:zen.yandex.ru

Юлдаш  һуңғы осорҙа үҙендә көндән-көн ҡәнәғәтһеҙлек тойоуын һиҙә, элеккесә йорттарына  талпынып ҡайтырға ашыҡмай.  Ниңә быға тиклем  эш көнөнөң тамамланыуын көтөп ала алмай, ашҡынып ҡайтҡан ғаиләһе, яратып өйләнгән кәләше Альбина менән мөнәсәбәт һыуынғандан-һыуына?

“Моғайын, иртәрәк өйләнгәнмендер. Ана,  Марат менән Ринат ниндәй бәхетле, никах ҡоршауынан икеһе лә азат, нимә теләйҙәр, шуны эшләйҙәр, ҡайҙа теләйҙәр, шунда баралар...” – тигән уйҙар бер бөгөн генә башында уралмай. Сибәрлеге, аҡылы менән күп егеттәрҙең  төнгө йоҡоһон ҡалдырған Альбинаның күҙ алдында мыжыҡ, үпкәсел ҡатынға әүерелеүе уны аптырата. Артыҡ дөрөҫлөгө, тура һүҙлелеге йәненә тейә. Ял көндәрен бергәләп үткәрәләр, бергәләп ҡунаҡҡа, киноға йөрөйҙәр, тик күңелһеҙ, нимәлер етмәй...

Юлдаш күңел бушлығын тултырыу, тормош йәмен арттырыу сараһын  тиҙ тапты, бергә эшләгән елбәҙәк, нимә әйтһәң дә ризалашҡан, йылмаяҡ Нәфисә менән бәйләнеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Юлдаш эште оҙаҡҡа һуҙмай ҡыҙыуында һуғырға булды. Бөгөн мотлаҡ ул был хаҡта ҡатынына белдерәсәк...

Альбина уны ишек төбөнән  йылмайып, серле ҡараш менән ҡаршы алды.

”Юлдаш, һинең ҡайтҡаныңды  көтөп ала алмайым! Беҙҙең  өсөн ҙур яңылыҡ!” – тине ҡатыны.

”Ҡараҡтың бүрке яна”, тигәндәй, Юлдаштың йөрәге жыу итеп ҡалды. “Белгән, ишеттергәндәр!”–тип уйланы. 

Альбина йомшаҡ ҡулдары менән уны ҡосаҡлап:” Һөйөклөм, беҙҙең бәләкәсебеҙ буласаҡ! Бына тест, ҡара әле”, – тине.

Ир, ысынлап та, ныҡ ҡаушаны.  Ҡатынының бәхетле ҡарашынан күҙҙәрен йәшереп, уйҙарын йүгәнләгәндән һуң: ”Ә-ә, шулаймы? Мин  шуны көткәйнем,” – тип  кенә  әйтеп, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫты...

Альбина йөклөлөктө ауыр үткәрҙе, дауаханаға йыш ҡына ятырға тура килгеләне. Ә  һөйөклө иренә  был саҡта хөрриәт, күңел асыуҙар, әшнәләр, әхирәттәр менән ял итеүҙәр, алмашынып торған   бер-береһенә оҡшаш ҡурсаҡтай һөйәркәләр...

Бындай йәшәү рәүеше уны ғаиләһенән тамам биҙҙерҙе.  Баланың илау тауышы йөрәгенә уҡтай килеп ҡаҙала, йәштәргә бала ҡарашырға йүгереп килеп еткән ҡәйнәһенең аяҡ аҫтында уралыуы йәненә тейә. Рәхәтләнеп йоҡо туйҙырған да юҡ. ”Былай йәшәп булмай...”

Ир ейәне менән ҡәйнәһенең урамға йөрөргә сығып китеүенән файҙаланып, ҡатынына һалҡын ғына хәбәр итте: ”Альбина, мин  һинән китәм!”

“Шаяртыуыңмы был?”

”Ниндәй шаяртыу булһын? Арыным, кешесә йәшәгем килә! Илау тауышы ялҡытты, өйҙә сит кешенең йөрөүенә, йоҡоһоҙ төндәргә түҙемлек ҡалманы. Китәм тигәс, китәм!”

“Ҡасан хәл итергә өлгөрҙөң?  Бөгөнмө?” – тине аптырашта ҡалған ҡатыны.

“Күптән, һин иҫәрҙе йәлләп күпме йәшәргә була? Шуға күрә  ошоғаса һуҙырға тура килде,” – тип екерҙе ярһыған ир.  

Әйберҙәрен йәһәт кенә йыйып, ғүмерҙә лә әйләнеп ҡайтмаҫҡа һүҙ биреп, ирекле тормошҡа ашҡынды ...

Ике йыл буйы  кейәү егетеләй күкрәк киреп, рәхәтләнеп, типтереп йәшәне Юлдаш. Исеме  генә есеменә тап килмәне  ирҙең, бер һылыуға ла тормошта  ысын, ышаныслы юлдаш була алманы. Яйлап дуҫ-иш тә, әшнәләр ҙә һирәкләне, ирекле тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай башланы.  Йыш ҡына төшөнә ҡатыны һәм элекке  тыныс тормоштары инә. Ир үҙенең ғаиләһен юҡһынғанын аңлай, түңәрәк донъяһын үҙ ҡулдары менән юҡҡа сығарыуы бәғерен телә,  хатаһын төҙәтергә һуң инде, һуң... Альбинаның телефоны шылтыратыуҙарға яуап бирмәй. Шулай ҙа бер көн ҡыйыулығын туплап, ғаиләһе йәшәгән йортҡа юлланырға булды.  Ишекте асҡан ҡәйнәһенең асыулы йөҙөнә ҡарап, уны бында көтмәгәндәре аңлашылды.

“Ниңә килдең? Һине бер кем дә саҡырманы!”–тине.

Өләсәһенең артына йәшенгән бөҙрә сәсле шуҡ малайҙы шәйләп, ир тулҡынланды. “Мин һинең...” – тип танышырға теләгән ирҙе ҡәйнәһенең ярһыған тауышы бүлдерҙе:”Кит бынан! Күҙемә күренмә!”

“Альбина ҡайҙа?” – тине ир  ҙур ауырлыҡ менән.

”Башҡаса уны күрә алмаҫһың!” – тине һалҡын ғына Мәйсәрә апай. 

Күрше бүлмәнән ҡатынының көсһөҙ генә тауыш менән әсәһен саҡырғанын ишетеп, ир  ҡәйнәһенең ҡаршылашыуына  ҡарамай,  Альбина янына ашыҡты һәм.. шаҡ ҡатты. Һылыу, ут кеүек ҡатын ҡоро һөйәккә ҡалған, төпкә батҡан күҙҙәре генә элекке Альбинаны хәтерләтә.”Ни булды, Альбина?”–тип ир уның эргәһенә сүкәйләп ултырҙы.  Ҡатыны күҙҙәрен йомоп, уның тиҙерәк сығып китеүен үтенде.

 Мәйсәрә апай кейәү кешенең ғаиләһен ташлап сығып киткәндән һуң үҙҙәренең нисек йәшәүҙәрен һөйләргә булды.

“Ул бит тормошон һинән башҡа күҙ алдына ла килтерә  алманы. Ул бит һин алйотто үлеп яратты! Хатта кескәй генә  улы булыуын онотоп, сараһыҙлыҡтан ахыр сиктә  етенсе ҡаттан һикерергә мәжбүр булған.  Ярай әле,  көрткә  килеп төшкән. Тик ул хәҙер инвалид, аяҡҡа баҫыуы билдәһеҙ. Бер минең пенсияға һәм ҡыҙымдың инвалидлыҡ аҡсаһына йәшәйбеҙ. Һине кем тип атарға ла  хәҙер белмәйем,”–тине әсә.

Юлдаштың күҙҙәренә йәш тығылды... Ир тартынмайынса үкһеп иланы, сират хәҙер уға етте.  Ғәйебеңде тойоу  ғына аҙ шул, ә барыһын да үҙгәртеү мөмкин түгел. Юлдаштың тормошонда өр-яңы һыҙат башланды, ғаиләһенең таянысы булыу өсөн ир  бөтә көсөн һалды, алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Ҡатынын дауалау өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланды,  иң яҡшы табиптарға йөрөттө. Альбинаның аяҡ-ҡулдары хәрәкәтләнә башлауына балалай һөйөндө. Коляскала йөрөгән ҡатынының тәүге уңыштары уның ҡасан да булһа аяҡҡа баҫырына ҙур  өмөт уятты. Һәм ул  мөғжизәле көн килде!

–Рәхмәт һиңә, Юлдаш! – Ҡатыны тәүге йылы һүҙҙәрен еткерҙе.– Ә хәҙер  тиҙерәк китә һал, һуңлама!

–Ҡыума мине,Альбина. Һине лә, улыбыҙҙы ла яратам, –тип ҡосаҡланы ҡатынын ир. Ә уныһы  һау-сәләмәт сағындағылай сыңғырҙатып көлдө:

–Бик яҡшы!  Бәләкәсебеҙҙе балалар баҡсаһынан барып алырға һуңлап ҡуйма, тип әйтергә теләгәйнем. Әсәй ҡайтып китте бит...

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас