Йәмғиәт
7 Ноябрь 2021, 15:00

Ҡунаҡҡоловтар кер йыуыу машиналы булды!

Уны эшҡыуар Филүз Үтәгәнов бүләк иткән.

Ҡунаҡҡоловтар кер йыуыу машиналы булды!Ҡунаҡҡоловтар кер йыуыу машиналы булды!
Ҡунаҡҡоловтар кер йыуыу машиналы булды!

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған ағалы-ҡустылы Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтар яҙмышы тураһында күп яҙҙыҡ. Улар хаҡында тәүгеләрҙән булып Рәхимә Мусина "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә таныштырғайны. Артабан Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында хәбәрсе Рәмзиә Кәримованың тапшырыуы сыҡты. Шунан һуң нәҫел сире арҡаһында өсөһө лә коляскаға ултырырға мәжбүр булған егеттәргә ярҙам итеүселәр күбәйҙе. Быларҙың барыһы хаҡында ла беҙ гәзит биттәрендә лә, сайтта ла даими яҡтыртып барҙыҡ. Әле Рәмзиә Кәримова үҙенең социаль селтәрендә Ҡунаҡҡоловтарҙың йәнә бер оло ҡыуаныстары менән уртаҡлаша һәм хәбәр итә.

"Аллаға шөкөр, Ҡунаҡҡоловтарға бөгөн кер йыуыу машинаһы барып етте! Курсташым Филүс Үтәгәновҡа ҙур рәхмәт! Маҡсат итеп алынған 7-8 проблеманың бишәүһе тулыһыса хәл ителде! Тағы өсәүһен осларға ҡалды! Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып алды әле ул! "Яу үткәс, батыр күбәйә" тигән мәҡәлде ишеткән бар ине! Шул тормоштан алынғандыр инде... Кисә район газетаһында Ҡунаҡҡоловтар тураһында яҡташтар ебәргән мәҡәләне уҡып ғәжәпләнеп ултырҙым. Баҡтиһәң, тапшырыу әҙерләгәнмен дә бөткән икән! Эх, проблемаларҙы шулай еңел генә хәл итеп булһа ине лә бит! Артынан йөрөргә кәрәк шул! Тәүҙә кем һүҙемде йыҡмаҫ тип ярҙам итер етәксеһен табырға, шунан уңайлы мәлен һағалап, бар ҡыйыулығыңды йыйып үтенесеңде әйтергә, "ярай" тигәндән һуң да шылтыратып белешеп, иҫләтеп торорға кәрәк! Эйе, халыҡтың миһырбанлығы иҫ китмәле, тапшырыуҙан һуң кешеләрҙең ярҙамы менән аҡса йыйылды, репортаж рус телендә сыҡҡандан һуң аҡса күсереүселәр айырыуса күп булды, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт! Идиә апай урында өй һәм ер участкаһын теркәүҙе башланы, тиҙ арала Фәиз менән Рәфискә паспорттарын яңырттырҙы! Тапшырыу эфирға сыҡҡас та Рәис ағай Исмәғилев мине эҙләп табып егеттәргә телефон бүләк итеп китте! Бөтәһенә ҙур рәхмәт, Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын! Ә һыу менән канализация үткәреү, Рәфискә беренсе төркөм инвалидлыҡ юллау, ағас-таҡта килтереү, коляскаларға сиратҡа ҡуйыу, кер йыуыу машинаһы йүнләү һәм газ үткәрергә йыйыныу - был эштәрҙә мәҡәләләрҙең, хатта үҙемдең тапшырыуҙың да бер ҡыҫылышы юҡ! Был проблемалар буйынса етәкселәргә айырым мөрәжәғәт итергә тура килде! Сөнки тапшырыуҙы әҙерләгән ваҡытта ошо көслө рухлы егеттәр шул тиклем ихтирам уятты. Тап шул хөрмәт хисе мине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановҡа ла, министрҙар Марат Шәрәфетдинов менән Ленара Ивановаға ла, табиптарға ла мөрәжәғәт итергә мәжбүр итте лә инде! Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемә кәрәк булһа шундай юғары кимәлдә ярҙам һорарға баҙнат итмәҫ инем!"

Сығанаҡ һәм фото: Рәмзиә Кәримованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ҡунаҡҡоловтар кер йыуыу машиналы булды!
Ҡунаҡҡоловтар кер йыуыу машиналы булды!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас