

Бөгөн Дим биҫтәһендәге вьетнам баҙарына тауар эҙләп барған халыҡ күңелһеҙ хәлгә тарыған. Ундағы бер бинала янғын сыҡҡан, тип хәбәр итә "Башинформ".
Бинаны ҡара төтөн баҫа башлағас, һатыусылар һәм һатып алыусылар ҡурҡышып, йүгерешеп тышҡа эркелгән. Ә ҡайһы бер һатыусылар хатта тауарын ҡотҡарырға маташҡан.
12 сәғәт 51 минутта дежур хеҙмәттәргә янғын хаҡында хәбәр килә. Янғынды һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан 35 кеше, 14 берәмек техника йәлеп ителә. Йәһәт кенә 150 кешене эвакуациялайҙар, араларында балалар булмай. Бәхеткә, ҡазаланғандар юҡ. Шулай итеп, оператив эш һөҙөмтәһендә янғын оҙаҡ та тормай тулыһынса һүндерелгән.
Фото "Башинформ".