Йәмғиәт
8 Ноябрь 2021, 18:00

Өфөнө лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ

Радий Хәбиров: "Әҙерлек эшенә эксперттарҙы, йәмәғәт вәкилдәрен күпләп йәлеп итеү мөһим".

Өфөнө лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙӨфөнө лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ
Өфөнө лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда сафҡа индерергә планлаштырылған төп ҡоролма һәм объекттарҙың проект ҡарарҙары хаҡында һөйләштеләр.

Беренсе вице премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов баш ҡаланың Октябрь районында төҙөләсәк Көрәш үҙәге, шулай уҡ Киров районында асыу ҡаралған Евразия китапханаһы концепцияһы тураһында һөйләне. Был объекттарҙы күп функциялы итергә планлаштыралар. Әйтәйек, Көрәш үҙәге ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итәсәк, унда спортсылар әҙерләнәсәк, күмәк кеше ҡатнашлығында саралар үтәсәк. Ә Евразия китапханаһында балаларға, йәштәргә заманса белем биреү эшмәкәрлеге киң йәйелдереләсәк. Бының өсөн бинала 300-400 урынлыҡ концерт залы, интерактив музей, лекция һәм уҡыу залдары, креатив зоналар булдырыу планлаштырылған.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, 2022 йылда, тейешле документтар раҫланғас, төп эштәргә күсәсәктәр. Концепция ике һыҙатлы транспорт хәрәкәтен һаҡлауҙы, биналарҙы ремонтлауҙы (уларҙың бер өлөшө - мәҙәни мираҫ объекттары), йәйәүлеләр зонаһын киңәйтеүҙе, уңайлы киңлектәр булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимов Ишеү слаломы үҙәгенең һәм археологик материалдарҙы махсус һаҡлау урынының архитектура-планлаштырыу ҡарарҙарын әҙерләү тураһында һөйләне. Радий Хәбиров был объекттарҙың оптималь вариантын декабрь башында тәҡдим итергә ҡушты.

Республика Башлығы шулай уҡ байрам сараларының дөйөм концепцияһын булдырыу мөһимлеген билдәләне: улар Өфөнө Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә киң күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.

– Был интеллектуаль һәм ижади проектҡа эксперттарҙы, йәмәғәт вәкилдәрен күпләп йәлеп итеү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Өфө халҡы – ошо эштә беҙҙең төп партнерҙар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас