Йәмғиәт
8 Ноябрь 2021, 14:00

Гран-при - яҡташыбыҙ Альбинала!

Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем ала һәм ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй.

Гран-при - яҡташыбыҙ Альбинала!Гран-при - яҡташыбыҙ Альбинала!
Гран-при - яҡташыбыҙ Альбинала!

Төркиәлә “Евразия королеваһы-2021” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы финалында яҡташыбыҙ Альбина Шәйхлисламованың ҡатнашасағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул ҙур сарала Гран-при яуланы!

Проектта 28 илдән һәм Европа төбәктәренән береһенән-береһе һылыу, талантлы ҡыҙҙар ҡатнашты. Фотоға, видеоға төшөүҙәр, экскурсиялар, “Иң яҡшы модель”, “Мисс талант” һәм башҡа конкурстар планлаштырылғайны. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә жюри Альбинаны еңеүсе тип билдәләне. Яҡташыбыҙ “Евразия королеваһы-2021” тажын яуланы.

Альбинаға - 22 йәш. Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем ала һәм ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй. Былтыр ул “Мисс Башҡортостан” конкурсында еңеү яулағайны.

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас