Йәмғиәт
8 Ноябрь 2021, 07:15

Иғтибар: кеше юғалған

Ҡыйғы районынан Руслан Зыянгировты эҙләйҙәр

Иғтибар: кеше юғалғанИғтибар: кеше юғалған
Иғтибар: кеше юғалған

Үрге Ҡыйғы ауылынан 25 йәшлек егеттең туғандары 2 ноябрҙән бирле уның ҡайҙалығын белмәй хафалана. Шул көндә ул дуҫтары менән йөрөргә тип сыға һәм шунан һуң әйләнеп ҡайтмай.


- Уны дуҫтары менән "Союз" кафеһы янында күргәндәр. Сәғәт төнгө икеләрҙә ул ҡайтырға йыйынған, әсәһенә тиҙҙән киләм тип шылтыратҡан, тик өйөнә генә ҡайтып етмәй. Һуңғы ваҡытта уны "Лилиә" магазины янында күргәндәр, шул ваҡыттан бөтә эҙҙәр юғала, - тип һөйләгән уны яҡшы белгән ҡыҙ.


Ҡыҙҙың һүҙҙәренсә, Руслан эпилепсия менән яфалана, шуға алкоголдең әҙ генә күләме лә уның өсөн хәүеф тыуҙырыуы мөмкин. Туғандары әле ауыл тирәһен эҙләй, дуҫтарынан һораштыра, шулай уҡ ярҙам һорап полицияға ла мөрәжәғәт иткәндәр.
Билдәләре: 170 см тирәһе, уртаса кәүҙәле, сәсе ҡара-һоро, күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә.
Өҫтөнә һоро куртка, шундай уҡ төҫтә салбар кейгән.

Фото:newsbash.livejournal.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас