Йәмғиәт
9 Ноябрь 2021, 09:30

13 йыл шымғандан һуң...

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Ниһайәт, был енәйәт тә асылды.

13 йыл шымғандан һуң...13 йыл шымғандан һуң...
13 йыл шымғандан һуң...

Был ҡанлы ваҡиға 2008 йылға барып тоташа. Мәләүездә йәшәгән 54 йәшлек ир 13 йыл элек ҡылған енәйәте өсөн яуап бирәсәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Тәфтиш комитетында. Енәйәтте асыуҙа ирҙең бергә йәшәп ятҡан ҡатыны ярҙам иткән.

2008 йылдың 15 сентябрендә баҡса ерҙәре биләмәһендә, кирбес ҡойма янында, 54 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен табалар. Ул ваҡытта тикшереү, енәйәттең осона сыға алмай, туҡтап ҡала.

Һәм быйыл эш яңынан тергеҙелә. Криминалистар яңынан мәрхүмдең туғандарынан, таныштарынан һорау алыу ойоштора. Шул саҡта бер ҡатындың артыҡ ныҡ тулҡынланыуына иғтибар итәләр һәм уның кеше үлтереүҙә шик аҫтына алынған әҙәм менән йәшәп ятыуын асыҡлайҙар. Һуңыраҡ ҡатын иренең алыҫ үткәндәге ҡара эше тураһында һөйләп бирә.

Тәфтишселәр фаразынса, ирле-ҡатынлы был икәү таныштарында эсә. Хужаның ҡатынға артыҡ иғтибар күрһәтеүе ирҙәр араһындағы ыҙғыштың сәбәбенә әйләнә. Ҡыҙғансыҡ ир көндәшен тышҡа "мөнәсәбәт асыҡларға" саҡыра һәм ҡойма таҡтаһы менән үлтергәнсе туҡмай.

13 йыл ауыр йөк менән нисек йәшәгәндер, кеше күҙенә нисек ҡарағандыр был әҙәм?! Ҡатындың һөйләгәнен ире лә раҫлай һәм кеше үлтереүен таный.

Әлеге ваҡытта ирҙе һаҡ аҫтына алыу буйынса сара күрелә. Енәйәт эше ғәйепләү һығымтаһы сығарыу өсөн прокурорға ебәрелгән.

Фото:gorobzor.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас