

Йылға ярында ишле генә ғаиләле бер балыҡсы йәшәгән. Баштараҡ кәсебе ярайһы уҡ ыңғай барған уның, һис мохтажлыҡ күрмәгәндәр. Тора-бара табыш ныҡ кәмегән, хатта балыҡсының иҫкергән ауҙарын, ҡармаҡтарын алмаштырырға ла аҡсаһы артмаған. Кәмәһе иһә бигерәк ныҡ таушалған, һәр көндө тиерлек шуны йүнәтеүҙән башларға тура килгән.
Көндәрҙән бер көндө йылға эргәһендәге йорттоң ишеген ниндәйҙер ҡарт мосафир шаҡыған. Ихлас ҡаршылағандар уны, үҙҙәренең ауыҙынан өҙөп булһа ла ашатҡандар, иң яҡшы урынға йоҡларға һалғандар. Иртәгәһенә, хушлашырға йыйынғас, теге ҡарт: “Һәйбәт ҡунаҡ иттегеҙ, йоҡом да туйҙы. Нисек кенә һеҙгә рәхмәтемде белдерәйем икән?” – тип һорап ҡуйған, ти. Өй хужаһы, мосафирҙың үҙенән дә ярлыраҡ икәнен күргәс, һүҙҙе шаяртыуға борған:
– Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар беҙҙең, ағай. Хәллерәк йәшәр өсөн аҡыллы кәңәш кенә етмәй.
– Улайһа, кәмәңде һыуға батыр! – тигән ҡарт. Шунан башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәгән, юлын дауам иткән.
Ҡырлы-мырлы яуап көтмәгәс, балыҡсы аптырап ҡалған. “Был бабай аҡылдан яҙҙымы икән әллә? Кәмәмдән баш тартырға төптө алйот түгелмен дә инде, – тигән үҙ алдына. – Әле осто-осҡа саҡ ялғап киләбеҙ, ә кәмә булмаһа, әллә ҡасан уҡ аслыҡтан ҡырылып бөтөр инек...”
Кәңәште бөтөнләй онотоп, ғаилә башлығы элеккесә йәшәүен дауам иткән. Уның һайын нығыраҡ бөлгөнлөккә төшә барған. Йыш ҡына балаларына, көн буйы тәғәм ризыҡ ҡапмай йөрөп, ас килеш йоҡларға ятыуҙан башҡа юл ҡалмаған. Бер мәл иһә, балыҡсы йылға уртаһында ҡармаҡ һалып ултырғанда көслө ел сығып, емерек кәмә һыуға батҡан, хужаһы үлемдән саҡ ҡотолған.
Ғаилә өсөн оло ҡайғы булған әлеге ваҡиға. Күҙ йәше түгеүҙән ни файҙа – киткәндәр шунан яр буйлап түбәнгә, имен тормош эҙләп. Оҙаҡ атлағандармылыр-юҡмылыр, ҙур бер балыҡсылар ауылына килеп юлыҡҡандар. Яр буйы кәмәләр менән туп-тулы, ти. Ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә... Беҙҙең балыҡсының, шуларға ҡарап, күҙҙәре һөйөнә икән. Ә үҙенең бәләкәй кәмәлек тә аҡсаһы юҡ...
Ситтән ҡарап, уйланып ултыра был: анау кәмәне ямарға кәрәк, тегеһен дә төҙәткеләмәйенсә булмай, юғиһә емерелеүен көт тә тор... Һәм бер аҙҙан, балыҡсылар менән танышып алып, уларҙың кәмәләрен йүнәтергә керешә. Эшен шул хәтлем яҡшы башҡара, ти, ҡулының оҫталығына үҙе лә ышана алмай. Йылдар буйы иҫке кәмәһе менән булышып, бынамын тигән һөнәрсегә әйләнгән, күрәһең.
Күп тә үтмәй, балыҡсылар ауылында ғына түгел, бар тирә-яҡта даны таралған әлеге ирҙең. “Алтын ҡуллы! Кәмәңде йүнәтһә, өр-яңынан да һәйбәтерәк итеп ҡуя”, – тип маҡтағандар. Эше өсөн хаҡты йәлләмәй түләгәндәр, хатта киң, матур, баҡса менән уратылған йорт һатып алыуға еткән. Балалары ҡасандыр аслыҡтан тилмергәндәрен иҫләмәгән дә. Ғаилә башлығы үҙе генә ҡайһы берҙә теге мосафир ҡарттың һүҙҙәрен хәтерләп алған.
Бына шулай, был тормошта яҡшы нәмәләр йыш ҡына һынауҙар аша килә. Ауырлыҡтар тыуҙы икән, бөтөрөнөргә түгел, ә ыңғай үҙгәрештәргә өмөт итергә кәрәк.
- Даян МӘЖИТОВ.