

Ауылдарыбыҙҙа матур, тырыш ғаиләләр күп. Араларында нәҫелдәре менән ер эшен һайлағандар һәм ғүмер буйы уны яратып башҡарғандар ҙа байтаҡ. Бөгөн һүҙебеҙ шундай ғаиләләрҙең береһендә үҫеп, бөтә районға танылған абруйлы ветеринар тураһында.
Ғүмәр Сәғиҙулла улы Утарбаев Федоровка районының Златоусовка ауылында тыуған. Күрше Нордовка ауылында мәктәпте тамамлағас, күп кенә класташтары менән бергә Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. Малайҙарҙың бөтәһе лә ул ваҡытта ер эше, ауылым тип янып йәшәй. Ауыл хужалығы гөрләп тора, уҡып сыҡҡандарға эш тә табалар, фатир ҙа бирелә.
Ғүмәр ҙә, ветеринария фельдшеры һөнәрен алып, ил алдындағы бурысын үтәргә армия сафына баҫа. Унда ике йыл хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайтыуға, Дмитриевка ауылында эш тәҡдим итәләр. Шул уҡ йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлай, яйлап тәжрибә туплай. Тырыш йәш белгесте ул ваҡыттағы алдынғы “Һуҡайлы” совхозына баш ветеринар табип итеп эшкә ебәрә. Бында ул өс тиҫтә йылдан ашыу фиҙакәр хеҙмәт итә, күп һанлы маҡтау грамоталарына лайыҡ була.
– Атайым ветеринарға уҡығыҙ тигәс, ошо һөнәрҙе һайларға булдым һәм бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, – тип һөйләй бөгөн Ғүмәр Сәғиҙулла улы.
2010 йылда уны Мәләүез район ветеринария станцияһына эшкә алалар. Ул өс ауылды хеҙмәтләндергән участка мөдире булып китә. Нордовка, Дмитриевка, Варварино ауылдары халҡының малы, ҡош-ҡортоноң именлеген ҡайғырта.
– Барыһынан да ҡәнәғәтмен. Һөнәремде яратам. Етәкселек эш шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирә, быйыл транспорт, заманса махсус ҡорамалдар алдылар, – ти ул. – Әленән-әле белемде камиллаштырыу өсөн уҡытып торалар.
Ғүмәр Утарбаев тормошонан һәм эшенән ысын мәғәнәһендә ҡәнәғәт. Уның туған коллективы, хеҙмәте тураһында һөйләгән саҡта күҙҙәре янып тороуын күрһәгеҙ! Оҙаҡ йылдар бер һөнәр буйынса эшләһә лә ялҡмаған, арып янмаған, киреһенсә, заман талаптарына яраҡлашырға ынтыла.
– Хәҙер замандар үҙгәрҙе. Беҙҙең эшмәкәрлектә лә яңы алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, “Меркурий” системаһында әүҙем эшләйбеҙ. Уның буйынса малды чиплайбыҙ, компьютерҙа иҫәпкә индерәбеҙ, электрон документтар алып барабыҙ. Даими рәүештә яңы махсус кейем, техника алып торабыҙ. Был ыңғай үҙгәрештәр Республика ветеринария хеҙмәтенә етәксе булып Азат Йыһаншин килгәс башланды. Хәҙер хатта ауылдарҙағы ветеринария участкалары заманса йыһазландырылды: эш өсөн бүлмә бар, компьютерҙар ҡуйылды, сәй эсеү урыны булдырылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, шарттар бик яҡшырҙы. Эшләргә лә эшләргә, – ти ул.
Ғүмәр Сәғиҙулла улы ғаиләһендә лә бәхетле. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Улар ауыл тормошон һәм уҡытыусы һөнәрен һайланы. Үҙҙәре ғаилә ҡороп, ата-әсәһен олатай-өләсәй итеп бәхетле тормош көтә.
Абруйлы белгес фекеренсә, эштең алға барыуы, республикала алдынғы станцияларҙың береһе булыу – коллективтың һәм етәкселектең тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Мәләүез районы ветеринария хеҙмәте етәксеһе булып күп йылдар Сергей Ковалец эшләй. Ул – бик белемле һәм яуаплы белгес. Туплаған коллективының аныҡ һәм теүәл эшмәкәрлеге арҡаһында район күп йылдар зоологик яҡтан имен төбәктәр иҫәбенә инә. Бында бруцеллез, туберкулез, себер түләмәһе кеүек хайуандарға ғына түгел, кешегә лә хәүеф тыуҙырған сирҙәргә ныҡлы кәртә ҡуйылған.
Гөлсимә СӘЛИХОВА.