Йәмғиәт
9 Ноябрь 2021, 10:37

Өлкәндәр тураһында хәстәрлек күрелә

iuruzan.ruiuruzan.ru
Фото:iuruzan.ru

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланыуға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды. Был турала Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та әйтте. Ул сараны лайыҡлы тамамларға ҡушты һәм “Башҡортостанстат”ҡа эш өсөн рәхмәт әйтте.

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев һуңғы мәғлү­мәттәр менән таныштырҙы.

– Әҙерлек бик ентекле булды. Бөтә власть органдары, муниципалитеттар ныҡлы әҙерләнде, шуға күрә сара лайыҡлы бара. Әле Башҡортостан ҡатнашыу кимәле буйынса илдәге тәүге ун төбәк исемлегендә, – тине ул.

Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, быйылғы халыҡ иҫәбен алыу яңысараҡ үтә. Кешеләрҙең 10 проценты иҫәп алыуҙа “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша үҙаллы ҡатнашҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әле сарала 3 миллион 900 мең самаһы кеше үҙ бурысын үтәгән.

– Сараны ойоштороуҙа меңәрләгән кеше ҡатнашты. Иҫәпкә алыусылар бик ҙур эш башҡарҙы. Коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр бик матур эшләне. Сара тамамланғас, уларҙың иң әүҙемдәрен бүләкләү тураһында уйларға кәрәк. Шулай уҡ тәүге йомғаҡтар билдәле булыу менән брифингтар, конференциялар үткәрергә һәм халыҡҡа мәғлүмәтте ваҡытында еткерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса коронавирус мәсьәләһенә бәйле һөйләшеү ҙур ғына урын алып торҙо. Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров ни өсөн республикала мәктәп уҡыусыларының каникулы 14 ноябргә тиклем оҙай­тылыуы тураһында аңлатма бирҙе.

– Беренсенән, балалар ҙа коронавирус менән сирләй башланы, шуға күрә уларҙы әҙерәк өйҙә тоторға булдыҡ. Был ауырыу сылбырын өҙөр өсөн кәрәк. Икенсенән, беҙҙең күп кеше сит илгә ял итергә барҙы. Уларҙың да сир алып ҡайтыуы ихтимал. Шуға күрә өйҙә ултырып тороу яҡшыраҡ булыр, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға һәм муниципалитет башлыҡтарына мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эшмәкәрлеген көсәйтергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләгән табиптар һәм шәфҡәт туташтары тураһында ла фекерен белдерҙе.

– Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт. Көндәлек ваҡиғалар ағышында беҙ уларға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Төп көсөргәнеш – табиптар иңендә. Яңы йыл тирәһенә наградлау тураһында тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. Улар эмоциональ яҡтан яна – беҙҙең йыл ярым “ҡыҙыл зона”ла эшләгәндәр бар. Күп табиптар сирләне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 медицина хеҙмәткәре вафат булды. Табиптарға ярҙам итергә кәрәк, уларҙан күп нәмә тора, – тине Радий Хәбиров.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы. Уның белдере­үенсә, әле республикала 91518 кешелә ошо сир асыҡланған. Һуңғы тәүлектә – 663. Үлгән кешеләр һаны ла байтаҡ, 2851 кеше вирус ҡорбаны булды. Һуңғы тәүлектә 26 кеше вафат булған. Әйткәндәй, был йәһәттән әҙерәк ыңғай һөҙөмтә күҙәтелә, сөнки быға тиклем тәүлегенә 35-37 кеше үлгән осраҡтар булды. Пандемия башланғаны бирле сирҙе 80507 кеше еңгән, һуңғы тәүлектә 644-е һауыҡҡан. Ковидтан вакцинация­лауға килгәндә, при­вивканың беренсе компонентын – 1736786 кеше, икен­сеһен 1405195 кеше һалдырған.

Радий Фәрит улы сираттағы тапҡыр шуға баҫым яһаны: был пандемияны еңеүҙең юлы бер – вакцинация. Шуға күрә урындарҙа хакимиәт башлыҡ­тарына эште көсәйтергә ҡушылды. Радий Хәбиров кешеләрҙең “Спутник лайт” вакцинаһы булмауға зарланыуын билдәләне. Министр, улар оҙаҡламай килтереләсәк, тине.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан буйынса төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, өл­кәндәрҙе вакцина һалдырыуға дәртләндереү өсөн партияның төбәк башҡарма комитеты “Өлкәндәр тураһында хәстәр менән” акцияһын башлаған.

Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, акция сиктәрендә депутаттар һәм “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәре өлкәндәргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып бара. Өс аҙна эсендә ошондай һорау менән 10 мең самаһы мөрәжәғәт алынған. Шулай уҡ аҙ хәрәкәтләнгән кешеләрҙе вакцинация пунктына тиклем оҙаталар, табиптарҙы ковид үҙәккә тиклем һәм кире өйҙәренә алып барып ҡуялар, үткән аҙнанан аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙарға “ҡайнар аш” илтеү башланған, шулай уҡ өлкәндәргә куар-кодтар алыуҙа ярҙам итәләр.

Шулай уҡ акция сиктәрендә 17 муниципалитетта өлкәндәр өсөн махсус­лаштырылған вакцинация пункттары асылған. 28 октябрҙә һәм 4 ноябрҙә уларҙа “Сәләмәтлек посылкаһы” тигән махсуслаштырылған акция үткәрелгән. Был үҙәктәрҙә өлкәндәр өсөн вакцинация үтеүгә уңайлы шарттар бул­дырылған. Мәҫәлән, уларҙа табиптар менән был ғәмәлдең ыңғай яҡтары тураһында һөйләшеү үткәрелә, 65 йәштән өлкәндәргә бүләктәр бирелә, прививка эшләткәндән һуң ял итеү зонаһы бар.

– Дөйөм алғанда, был эшмәкәрлек 65 йәштән өлкәндәр араһында вакцина яһатҡандар һанын арттырыу мөмкин­леге бирҙе. Әгәр 13 октябрҙә был категорияға ингәндәрҙең 32 проценты прививка һалдырған булһа, бөгөн – 44 процент. Һуңғы өс аҙнала республикала 66 мең ошондай кеше прививка һалдырҙы, – тине ул. – Был йәһәттән иң яҡшы һөҙөмтәне Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Өфө райондары күрһәтте, бында 65 йәштән өлкәндәрҙең яртыһынан күбеһе вакцинация үткән.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм йыл аҙағына тиклем ҡуйылған мәсьәләләр тураһында һөйләне.

– Быйыл республикала 45 төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 148 маҡсатлы күрһәткесте үтәү күҙаллана. Уларҙың туғыҙ ай эсендә 31-е – тулыһынса үтәлгән; 107-һе йыл аҙағына тиклем үтәләсәк; 10 күрһәткес ҡуйылған срокта үтәлмәүе ихтимал. – Был күрһәткестәр йыл эсендәге яман шеш менән сирләгәндәрҙең үлем иҫәбен, шулай уҡ республика халҡының табиптар менән тәьмин ителешен һәм яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын үҙ эсенә ала. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы планлаштырылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн өҫтәмә саралар күрә, – тине ул.

Илшат Тажетдинов быйыл йыл аҙағына тиклем башҡарыласаҡ эштәр һәм 2022 йылға пландар тураһында ла бик ентекле һөйләне. Әйткәндәй, ул кәңәшмәлә башҡорт телендә сығыш яһаны.

Бынан тыш, кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ковид госпиталдәрендә дарыуҙар, һаҡланыу саралары запасы тураһында һөйләне. Ә тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров сүп-сарҙы айырып йыйыу тәжрибәһенең Башҡортостанда нисек барыуы тураһында еткерҙе.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас