Йәмғиәт
9 Ноябрь 2021, 10:53

Ҡош-ҡортто һуйырға тәҡдим итәләр

Шишмә районындағы урманда бәшмәк йыйыусылар үлгән күркәләр өйөмөнә юлыға. Был хаҡта улар шунда уҡ 112 телефоны аша хәбәр итә.

Йәрми ауыл биләмәһе хакимиәте белгестәре, тиҙ арала комиссия төҙөп, ваҡиға урынына юллана. Ысынлап та, урманда 350-гә яҡын үлгән күркә табыла. Шунда уҡ түшкәләрҙе анализға ебәрәләр. Уларҙа ҡош киҙеүе табылмаған, шулай ҙа иҫкәртеү саралары үткәрелгән: күрше ауылдарҙағы ихаталар буйлап йөрөп сыҡҡандар һәм тиҙ арала ҡош-ҡортто һуйырға тәҡдим иткәндәр.

Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров билдәләүенсә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡош кәүҙәләрен йыйыу һәм яндырыу, артабан биләмәне зарарһыҙландырыу ойошторолған.

Урындағы биләмәләрҙә комиссиялар төҙөлөп, улар артабан бындай хәлде булдырмау өсөн ауылдар буйлап һәр ихатаға йөрөп сығасаҡ. Ҡош-ҡорт тотҡандарға уларҙы һуйырға тәҡдим итәсәктәр. Урында ҡош ауырыуҙарынан һаҡланыу тәртибе көсәйтеләсәк. Әлеге күркәләрҙең үлем сәбәбе, уларҙың кемдәрҙеке, ҡайҙан икәне һәм башҡа мәсьәләләр асыҡлана.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас