Йәмғиәт
9 Ноябрь 2021, 13:30

Ватансылар тәрбиәләнәсәк

Концепция буйынса, был паркта уҡытыу-методик үҙәге, “Партизандар ауылы” комплексы, күнекмә плацы, атыу үҙәге, хәрби техника музейы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡа объекттар буласаҡ.

Ватансылар тәрбиәләнәсәкВатансылар тәрбиәләнәсәк
Ватансылар тәрбиәләнәсәк

Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостанда хәрби-ватансылыҡ йүнәлешендәге "Патриот" мәҙәниәт һәм ял паркын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров был эштең мөһимлеген билдәләне, төбәктә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә етди иғтибар бирелеүен иғтибарға алды.

– Дәүләт йәштәр сәйәсәтенең иң яуаплы өлкәләренең береһе – ватансылыҡ тәрбиәһе. Йәш быуын вәкилдәрен илһөйәрлек йүнәлешендәге сараларға һәм проекттарға йәлеп итеү, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүҙең әһәмиәтен арттырыу маҡсатында тотош ил күләмендә "Патриот" парктары асыла. Тарихи хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ иткән, төрлө саралар үткәреү өсөн уңайлы майҙансыҡ булып торған ҙур комплекстар улар, – тине Хөкүмәт етәксеһе.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук әйтеүенсә, был юҫыҡта эш беҙҙә 2019 йылда уҡ башланған: "Башҡортостан Республикаһының "Патриот" хәрби-ватансылыҡ мәҙәниәт һәм ял паркы" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы булдырылған, республика бюджетынан субсидия ла бүленгән.

Паркты Алкин-2 ауылы биләмәһендә элек торған хәрби часть урынында асырға ниәтләйҙәр. Уның майҙаны – 200 гектар. Концепция буйынса, паркта “Авангард” уҡытыу-методик үҙәге, “Партизандар ауылы” тарихи-мемориаль комплексы, Юнармия секторы, күнекмә плацы, атыу үҙәге, хәрби техника музейы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы, реконструкциялар зонаһы һәм башҡа объекттар буласаҡ.

Дәүләт комитеты етәксеһе “Авангард” үҙәгенең эшмәкәрлегенә лә туҡталды. Уны ойоштороу федераль әһәмиәткә эйә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53316

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас