

Өфөләге “Үҙәк” коммерцияға ҡарамаған автономиялы социаль ярҙам ойошмаһы асарбаҡтар, йәғни өйһөҙ ҡалған һәм ҡайҙа етте шунда ҡунып, ни эләкһә шуны ашап йөрөргә мәжбүр булған кешеләр тураһында хәстәрлек күрә. Бындай эшмәкәрлекте башларға нимә этәргән икән? Ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшкәндәрме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу өсөн ойошма директоры Азамат ЗИННУРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Азамат Ансар улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яғыбыҙҙа мохтажлыҡ кисереүселәр бик күп. Һеҙ ни өсөн нәҡ асарбаҡтарға ярҙам итә башланығыҙ?
– Элек беҙҙең йәмғиәт “Йәшел йорт” социаль йүнәлешле шәхси ойошмаһы” тип атала ине. 2015 йылдан бирле тотҡондарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик, юридик һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәттек, иреккә яңы сыҡҡандарҙы эшкә урынлаштырыу, ижтимағи тормошҡа яраҡлаштырыу менән шөғөлләндек.
2018 йылдың аҙағында эшмәкәрлек йүнәлештәрен арттырыу һәм юғарыраҡ кимәлгә сығыу маҡсаты менән автономиялы ойошма булдырырға ҡарар иттек һәм һөҙөмтәлә атамабыҙҙы ла үҙгәртергә тура килде. Ошоғаса тормошҡа ашырған сараларыбыҙ шулай уҡ дауам итә, әлегә уға асарбаҡтарға ярҙамлашыу ғына өҫтәлде. Был – бер ниндәй ҙә бизнес йәки дәүләт проекты түгел, ә фәҡәт хәйриәгә нигеҙләнгән һәм үҙ ихтыярыбыҙ менән башҡарған эшебеҙ.
Изге ғәмәлдәр ҡылыуҙың мөһимлеге тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Мәсеткә йәки өлкән кешеләргә өйөнә барып хәйер бирергә, ярҙамлашырға күнеккәнбеҙ. Айырыуса дини байрамдар мәлендә йомартыраҡ булырға тырышабыҙ, тик күптәребеҙҙең бындай ғәмәлдәренә йыш ҡына рыя хас була: улар үҙҙәренә ихлас рәхмәт әйткән, яҡшы теләктәр еткергән кешеләргә генә саҙаҡа биреүсән. Ә бит дин изгелек ҡылғанда бер кемде лә айырып ҡарамаҫҡа өйрәтә.
Бер хәҙистә әйтелеүенсә, саҙаҡаның иң яҡшыһы – һыуға ҡытлыҡ булған ерҙә кешеләрҙең һыуһынын ҡандырыу. Асарбаҡтар иһә тәү сиратта ризыҡҡа мохтаж. Шуға ла 2019 йылдың ҡышында уларҙы бер нисә тапҡыр йыйып, тамаҡтарын туйҙырғайныҡ. Ихтыяж барлығын аңлағас, был йәһәттән ойошмабыҙға ярҙам итеүселәр ҙә табылғас, туҡтап ҡалмаҫҡа булдыҡ.
– “Үҙәк” кеүек эшләгән бүтән ойошмалар бармы?
– Эйе, ундай йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған йәмғиәттәр байтаҡ ҡына, ләкин асарбаҡтар ҡайһыларынандыр биҙгән икән. Кемдер ысынлап ярҙам итә, үҙ иңенә алған бурысҡа яуаплы ҡарай, ә кемдер күҙ буяп ҡына йөрөй. Изгелек ҡылдыҡ, тип видеояҙма төшөрәләр, селфи яһайҙар ҙа интернеттағы мәғлүмәт каналдарын тултыралар. Ә иртәгәһенә ҡараһаң, “хәстәрлек тойған” кеше элекке урынында хәйер һорашып ултыра. “Юҡ, ярҙам итмәнеләр”, – ти. Яңыраҡ беҙ, шундай берәүҙе табипҡа алып барып тикшертеп, дауаханаға урынлаштырҙыҡ. “Эшселәр йорто” тигән урында ла өйһөҙҙәрҙе йыйып килтереп йәшәтәләр, ашаталар, тик уларға эшләй алғандары ғына кәрәк. Баш осонда ҡыйыҡ бар, тамаҡ туя, әлбиттә, әммә, билең, аяғың йә ҡулың ауыртты икән, кире урамға сығарып ебәреүҙәрен көт тә тор. Үҙҙәрен “Реабилитация үҙәге” тип күрһәтһәләр ҙә, бындай ойошмалар кеше айыра, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Эшмәкәрлектәрен тыйырға, тимәйем, улар ҙа кәрәктер инде, тик социаль яуаплылыҡтарын арттырһалар ине.
Беҙҙең эш, Аллаға шөкөр, ыңғай бара. Тәүҙәрәк биш-алты кешене аҙнаһына бер тапҡыр ғына йыйып һыйлай алһаҡ, хәҙер инде шәмбе һәм йәкшәмбенән башҡа бөтә көндәрҙә лә ашатабыҙ, 30-ҙан ашыу булып китәләр. Диненә, милләтенә ҡарамайбыҙ, барыһын да ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең һымаҡ туҡландырыусылар Туймазыла, Октябрьскийҙа һәм тағы бер нисә урында барлыҡҡа килде, яҡшы ғына эшләп йөрөйҙәр. Өфөләге сиркәүҙәрҙә, әйткәндәй, был йүнәлеш күптән инде яйға һалынған.
– Өйһөҙҙәргә ниндәй аш-һыу тәҡдим итәһегеҙ?
– Кем нимә килтерә инде. Былау ҙа була, картуф та, һурпалы аш та, ит ҡушылған макарон да – төрлөсә. Әлбиттә, ит хәләл, уны күберәк итеп һалырға тырышабыҙ. Әҙерләнгән барса ашамлыҡ икмәк менән бирелә. Сәйебеҙ шәкәрле, хуш еҫле һәм шифалы үләндәр ҡатнаштырылғаны ла бар, уны яратып эсәләр, йыш ҡына шешәләргә ҡойоп алып китәләр. Шәрбәтле тәмлекәстәр ҙә һәр саҡ була.
Баш ҡалалағы кафелар ихлас ярҙамлаша. Мосолман ҡәрҙәштәр, ирекмәндәр, эшҡыуарҙар ярҙамлашып тормаһа, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ ине. Аҙнаһына бер көн ашты Миловка ауылы мәсете биләмәһендә бешерәләр һәм үҙҙәре килтереп ашаталар. Тағы бер көндөң мәшәҡәттәрен Өфөнән ирекмән ҡыҙ үҙ өҫтөнә алды. “Сәләм” фонды ла аҙна һайын бер көнлөк сығымдарҙы түләп бара. Бынан тыш, Тимур исемле егет, бағыусылар табып, бер тапҡыр ҡулланыла торған алты мең стакан хәстәрләне. Ике йыл элек шулай армиялағы ялан ашханаһы өсөн тәғәйенләнгән бойлерҙар табып биргәйнеләр. Яңыраҡ Нуриман районынан бер ағай бер тонна картуф алып килеп ҡалдырҙы.
– Ҡул көсө һәм аҡсалата ярҙам да кәрәктер инде һеҙгә...
– Эйе, төп аҙыҡ бушлай килеп торһа ла, аҡса талап ителә. Уны йыйыу өсөн төрлө урынға иғлан таратабыҙ: буклет рәүешендә баҫып та, мессенджерҙар аша ла, үҙебеҙҙең сайтҡа, “Инстаграм”ға ҡуйып та. Ярҙам иғәнәләрен берәүҙәр картаға күсерә, икенселәр “Үҙәк” ойошмаһының банктағы иҫәбенә ебәрә. Әлбиттә, бөтә килемдәр һәм сығымдар тураһында дәүләт органдары алдында отчет биреп барабыҙ.
Шәхси эшҡыуарҙарға, ойошмаларға рәсми хат менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Теләгәндәре ярҙамлаша. Бер нисә ойошма даими терәгебеҙ булып тора. Гел генә тиерлек аҡса күсергән айырым кешеләр ҙә бар.
Асарбаҡтар, әлбиттә, башҡа йәһәттән дә хәстәрлеккә мохтаж. Беҙгә теләктәшлек белдереүселәр быны яҡшы аңлай. Мәҫәлән, “Аптека.ру” дарыуҙар килтереп торһа, “Билайн” махсус арзан тарифлы SIM-карталар таратып бирҙе. “Үҙәк ҡорамал” тигән магазин 30 тупланма ҡышҡы кейем тапшырҙы. Берәҙәктәрҙең әйберҙәрен йыуыуға алған, сәстәрен киҫкән ойошмалар ҙа табылды.
Ирекмәндәрҙе хатта эҙләргә лә кәрәкмәй, улар үҙҙәре килә. Маргарита исемле әүҙем апай күптән эшләй беҙҙә, үҙенә ярҙамсылар ҙа таба. Ашауға йыйылған асарбаҡтарҙың ҡайһылары, тороп ҡалып, өҫтәлдәрҙе йыйыштыра, сүп-сарҙы сығарып ташлай, ҡышын ихаталағы ҡарҙы көрәй.
Өфөлә бер бинаны ҡуртымға алып, бәләкәй генә дөйөм ятаҡ эшләнек. Унда бөгөн биш кеше тора. Әлбиттә, бөтәһе лә берәҙәк түгел. Мәҫәлән, бер ир Себерҙә эшләп ҡайтҡан, хеҙмәт хаҡы бирмәгәндәр, шуға беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Һөнәре буйынса медицина белгесе. Эшкә урынлашып, йәшәр урын хәстәрләгәнсе ятаҡта ҡунып йөрөйәсәк. Йәнә бер пенсионер бабайҙы ваҡытлыса индерҙек, уны ҡуртымға алынған фатирынан хужалары алдаҡ менән ҡыуып сығарған. Ғөмүмән, ҡуналҡаны эсмәгән, насар ғәҙәте булмаған кешеләргә тәҡдим итәбеҙ.
– Нисек ярҙам итергә була һеҙгә? Бәлки, ҡайһы берәүҙәр изге эшкә ҡушылырға мөмкинлек барлығын белмәйҙер ҙә...
– Ауылдағылар, мәҫәлән, быйылғы уңыштан картуф, кишер, һуған, алма һәм башҡа йәшелсә, еләк-емеш ебәрә ала. Ҡайһы берәүҙәр, эргә-тирәһендә барыһы ла хәлле йәшәгәс, саҙаҡаны кемгә бирергә, тип аптырана бит. Эйе, Аллаға шөкөр, күбебеҙҙең тормошо етеш. Шул мәлдә ҡайҙалыр бәғзе берәүҙәрҙең аслыҡтан тилмергәнен иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине. Хәйер-саҙаҡа биреү әҙәм балаһының йөрәген йомшарта, иғтибарлы, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға өйрәтә. Мохтаждарға, сирлеләргә изгелек ҡылып, үҙеңдең хәлең өсөн шөкөр итеп, тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнәһең.
“Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа таратып дауалағыҙ, мохтаждар файҙаһына зәкәт биреү юлы менән мал-мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ”, – тигән хәҙис бар. Бәлки, ҡайһы бер кешеләр тап шул сәбәп менән – хәйер-саҙаҡа бирмәү, яҡшы ғәмәлдәр ҡылмау арҡаһында – ниндәйҙер сирҙән арына йәки хәлле йәшәп китә алмайҙыр?
Ярҙамлашырға теләгәндәр өсөн беҙ һәр саҡ асыҡ. Кешеләрҙе яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә өмөтләндереү һәм йәшәүгә дәртләндереү маҡсатында тырыша беҙҙең төркөм.
– Асарбаҡтар менән осрашҡанда уларҙың бүтән ихтыяждары тураһында һорашаһығыҙмы?
– Эйе, әлбиттә. “Ниндәй ярҙам кәрәк?” – тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Һәр икенсеһенең тиерлек паспорты юҡ, уларға, әгәр ышаныслы кеше тип тапһаҡ, документтарын тергеҙергә ярҙам итәбеҙ. Ҡайһыларына, штрафтарын, дәүләт пошлинаһын түләүгә аҡса бирәбеҙ ҙә үҙҙәренә йөрөргә ҡушабыҙ, ҡайһыларын паспорт өҫтәленә беҙҙең таяныс булған Альбина исемле апай алып бара. Федераль миграция хеҙмәте, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет, Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, республиканың Йәмәғәт палатаһы, Пенсия фонды идаралығы менән бәйләнеш яйға һалынған.
Ниндәй генә ихтыяждары булмаһын, өйһөҙҙәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙе, теләгенә һәм хәленә ҡарап, эшкә лә урынлаштырабыҙ. Бәғзеләр шөғөлдө үҙе таба, етәкләп йөрөтөргә кәрәкмәй.
Беҙгә килеп йөрөгән берәҙәктәрҙең хәле яйлап булһа ла үҙгәрә бара, шуныһы ҡыуандыра. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр килтереп тапшырған кейем-һалымдан һайлап, өҫ-баштарын рәтләп алдылар, хәҙер күптәрен фәҡир тип әйтеп тә булмай. Ике йыл элек ике парҙы өйләндергәйнек, татыу ғына йәшәйҙәр.
– Ғөмүмән, ниндәйерәк кешеләр ул асарбаҡтар?
– Уртаса алғанда, 40-60 йәшлектәр. Беҙҙең тиңдәштәр ҙә осрай. Төрлөһө бар: төрмәлә ултырып сығып, иректәге тормошҡа яраҡлаша алмағандар; эскелек арҡаһында хәсрәткә тарып, меҫкенлеккә төшкәндәр; балалары тарафынан ҡыйырһытылып, өйөнән сығып китергә мәжбүр булғандар; “ҡара риэлтор” ҡорбанына әйләнеп, фатирынан ҡолаҡ ҡаҡҡандар... Араларында татар менән башҡорттоң күберәк икәнен күреү йәнде әрнетә. Ҡайһы берҙәре ҡасандыр, ауылда эш юҡ, тип ситкә сығып киткән дә бәхетен таба алмаған. Тыуған ерҙәрендә өйҙәре лә бар, әммә кире ҡайтырға оялалар, яманатлы булыуҙан ҡурҡалар.
– Рәхмәт һүҙҙәре ишетәһегеҙме?
– Төрлөһө бар инде: кемдер, бәләкәй генә ярҙамдан да бик ҡәнәғәт ҡалып, күҙ йәштәре аша рәхмәт белдерә, икенселәр иһә, күпме генә яҡшылыҡ ҡылһаң да, риза түгел. Шулай ҙа ярҙамлашыуҙан баш тартмайбыҙ, берәүҙе лә вайымһыҙлыҡ ҡосағына ташлап ҡуймайбыҙ. Беҙҙе бит мәжбүр итеп эшләтеүсе юҡ, бурысты иңебеҙгә үҙ ихтыярыбыҙ менән алғанбыҙ. Рәхмәткә, яҡшы мөнәсәбәткә иҫәп тотмайбыҙ ҙа.
30 кеше килһә, ете-һигеҙе рәхмәт әйтә былай. “Храни вас бог”, “Аллаһ һаҡлаһын” тигән теләктәрҙе гел ишетәбеҙ. Әрләп китеүселәр ҙә булғылай.
– Асарбаҡтарҙың күбеһе төҙәлмәй, уларҙың йәшәү рәүеше – үҙе бер сир, тигән фекер бар. Быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Шулайҙыр. Ашауға 30 кеше килһә, шуның унауһы, туйып алғас, мөйөштә йәшенеп тороп, бәләкәй генә шешәнән иҫерткес эсә, тиҙәр. Әммә ҡалғандары ундай түгел дә инде. Әгәр һәйбәттәрҙе генә йыйып туҡландырабыҙ тиһәк, асарбаҡтар беҙҙән бөтөнләй биҙәсәк, “фәлән ерҙә хәстәрлек күрәләр икән” тигән һүҙ таралмаясаҡ һәм ауыр хәлдә ҡалған башҡалар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәйәсәк бит. Ә былай дөйөм ағымда бик яҡшы кешеләр табыла.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, эсеп, аҙып-туҙып йөрөгәндәр кеше түгелме ни? Берәҙәк эттәрҙе, бесәйҙәрҙе йәлләйбеҙ, улар өсөн махсус ҡуналҡалар асабыҙ, хоҡуҡтарын яҡлаған ҡанундар ҡабул итәбеҙ, ә әҙәм балаларын күрәләтә үлемгә дусар итергәме? Бер көн тәртипһеҙләнһә лә, икенсеһендә килеп ғәфү үтенеп, хатта ярҙамлашып китә күптәре. Әлбиттә, иҫеректәр күбәйһә, борсолабыҙ.
– Гәзит уҡыусылар, моғайын, шәхси тормошоғоҙ хаҡында ла белергә теләр.
– Мин үҙем Туймазы ҡалаһынан. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамланым. Өйләнгәнмен, ҡатыным, өс балам һәм бер кескәй туғаным менән Өфө янындағы ауылда йәшәйбеҙ. Ҡатыным әле бәләкәй балабыҙ менән өйҙә декрет ялында ултыра. Аҙаҡ миңә ярҙам итергә, ойошманың эшенә ҡатнашып китергә уйлай, тик ундай ауыр, ҡатмарлы мәсьәләләргә бәйләнеүен теләмәйем.
– Киләсәккә ниндәй ниәттәр, хыялдар ҡораһығыҙ?
– Оҙайлы маҡсаттар билдәләп өйрәнмәгәнмен. Нимә насип итһә, шул була инде. Әле алда торған бурыстарҙы тейешенсә үтәп сығыу мөһимерәк. Мәҫәлән, ятаҡ йүнәлешен үҫтерергә, 12-ләп кешене һыйҙырырлыҡ бина хәстәрләргә кәрәк. Аҙыҡ-түлек банкы булдырырға ниәт бар, ул тормошҡа ашҡан хәлдә беҙҙең “Үҙәк” ойошмаһының төп эше республиканың төрлө район һәм ҡалаларында мохтаждарҙы туйындырған теләктәштәргә ашамлыҡтар таратыу буласаҡ.
- Даян МӘЖИТОВ.