

“Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса төбәк фонды 2014 йылда булдырылғайны, – тине Андрей Назаров. – Капиталь ремонтты финансларға ярҙам итеү маҡсатынан республика ҡаҙнаһынан 4,5 миллиард һум бирелгән. Хәҙер дәүләт ярҙамына төҙәтмәләр индереү ваҡыты етте”.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев әйтеүенсә, 2014-2052 йылдарҙа 17 мең күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреү күҙаллана. Бөгөнгә 7396 күп фатирлы йортта ошондай ремонт яһалған. 1,28 миллион кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Яңы республика һәм федераль норматив хоҡуҡи акттары ғәмәлгә инеүгә бәйле, Төбәк операторына субсидия биреү тәртибе лә үҙгәрә, төҙөлөш материалдарына хаҡ байтаҡҡа күтәрелеү арҡаһында күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлауҙың иң ҙур хаҡы ла сикләнгән.
Фото: pravitelstvorb.ru.