Йәмғиәт
9 Ноябрь 2021, 11:47

Юлға фатихаһыҙ сыҡмағыҙ

Бынан бер нисә йыл элек күңелемде ҡырған ваҡиға, йыш ҡына иҫкә төшөп, тағы тыныслығымды боҙа ла тора. Ахырҙа башымда уралған уйҙарҙы матбуғат аша башҡалар менән уртаҡлашмаҡсы һәм аҙмы-күпме нәсихәт тә бирмәксе булдым.

Йәйҙең тәүге айындағы йәмле генә осорҙа ғаиләбеҙ менән Б. районына барып ҡайтырға форсат тейҙе. Шундағы төпкөл ауылда бер төн ҡунғандан һуң, иртәгәһенә үк кире боролорға ниәтләнек, сөнки ике көндән улыма эшкә сығырға кәрәк ине. Ғәҙәттә, берәй ергә үҙ машинабыҙ менән бармаһаҡ, тәғәйен урынға килеп еткәс тә, ҡайтыр юлды хәстәрләп ҡуйырға тырышабыҙ. Быныһында ла, маршрут автобусынан төшкәс, улым таксиға шылтыратып һөйләште лә тыныс күңел менән ауылға юлландыҡ.

Иртәгәһенә сәғәт 12-ләр тирәһендә үк улым, ниңәлер тынысһыҙланып, беҙҙе ашыҡтыра башланы. “Такси сәғәт 3-тә генә бит, ниңә улай ҡабаланаһың, район үҙәгенә берәй сәғәт эсендә барып етәбеҙ ҙәбаһа”, – тиһәм дә, тыңламаны.

Сәғәт 2-ләр тирәһендә район үҙәгендә инек инде. Улым, кисәге таксисҡа шылтыратып, хәлен белешергә булды. Бөтәһе лә һәйбәт, беҙ бында, тип иҫкәртер өсөн инде. Тик бер аҙ һөйләшкәс, ҡапыл йөҙө үҙгәреп, етдиләнеп китте. “Нимә булды икән?” – Атаһы менән мин аптырашта ҡалдыҡ. Ахыры, түҙмәй, сәбәбен һорашырға булдыҡ, сөнки улыбыҙ, телефонын ҡулынан төшөрмәйенсә, тағы-тағы кемдәргәлер шылтыратырға керешкәйне.

Баҡтиһәң, таксист уға: “Бер ваҡыт миңә заказ бирҙегеҙ ҙә килмәнегеҙ, шуға һеҙҙе башҡаса алып йөрөтмәйем. “Ҡара исемлек”кә индергәнмен”, – тип әйткән икән. Улыбыҙ, ҡара көйөп, икенсе машина табырға тырыша хәҙер. Борсолмаҫ ерҙән борсолорһоң – уға бит иртәгә 9-сы яртыла эштә булырға кәрәк. Ойошмалары Өфөнөң икенсе осонда урынлашҡан, юлға кәм тигәндә 40-45 минут ваҡыт китә. Беҙҙе ҡабаландырыуы юҡҡа булмаған икән – күңеле һиҙенгән бит.

Иң мөһиме – улыбыҙҙың бында һис бер ғәйебе юҡ ине. Быға тиклем Б. районына беҙ гел үҙ машинабыҙ менән килеп ҡайта торғайныҡ. Әле генә, уныһы боҙолоп ултырғас, таксиға көнөбөҙ ҡалды.

“Башҡаса һеҙҙе алып йөрөтмәйем”, – тигән егеттең ҡылығы бер нисек тә аңлашылманы беҙгә. Кеше ниндәй генә осраҡҡа тарымаҫ: киләм тиер ҙә килә алмаҫ. Шуның өсөн үс алырға тимәгән дә инде. Һүҙе ниндәй ҡурҡыныс бит әле – “ҡара исемлек”!

Әгәр кемдер алдан һөйләшеп тә ваҡытында килеп етә алмаһа, әҙәпле кеше, уға шылтыратып, аңлаша лабаһа. Улыбыҙ үҙе лә яңғыҙы юлға сыҡҡанында пассажирҙар алғылай торғайны, берәүҙе лә ташлап ҡалдырып йөрөмәне, һәр ҡайһыһын риза итергә тырышты, кәрәк икән – көттө, өйҙәренә ҡәҙәр илтте.

Әлеге таксисты әйтәм, бөтәһен дә алдан уйлап, хәйлә менән ҡарар иткәнгә оҡшай. Беҙҙең урынға өс кешене көнэлгәре табып ҡуйған, моғайын, тик беҙгә ул хаҡта кисә үк әйтмәгән, ҡуҙғалырға бик аҙ ваҡыт ҡалғанда ғына сетерекле хәлгә ҡуйыр өсөн. Башҡаса булһа, әллә ни аптыранышмаҫ инек бит. Ул ялдарҙа Б. районына һабантуйға ҡайтҡандар күп ине, шунлыҡтан башҡа таксиҙарҙа буш урындар юҡ.

Инде ни эшләргә? Сәғәт 5 тулып китте. Улыбыҙҙың бөтөнләй кәйефе юҡ. Тегеләй ҙә, былай ҙа йөрөй, ҡулынан телефонын төшөрмәй. Атаһы менән мин, улыбыҙҙың эшенә мәлендә барып өлгөрмәҫен белһәк тә, төндә ҡуҙғала торған маршрут автобусын белешәбеҙ. Ә уларҙың ойошмаһында тәртип ҡаты, бер минутҡа ла һуңларға ярамай, ти. Эстән генә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап йөрөйөм.

Һәм, ниһайәт, машина табылды. Таксист түгел, Өфөгә үҙ йомошо менән китеп барыусы. Алғы ултырғысында ғына бер юлдашы бар, арттағы өс урыны буш! Әле генә бойоғошоп, эстән үртәлеп торһаҡ та, күңел күтәрелеп китте, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Шулай итеп, Аллаһтың мәрхәмәте менән төнгө 11-ҙәр тирәһендә баш ҡалаға иҫән-һау ҡайтып еттек.

Барыбер әлеге ваҡиға йөрәктә ныҡ уйылып ҡалды. Оҙон юлға йыйынғанда кеше фатиха менән сығырға тейеш, ә рәнйеш алып түгел. Юҡҡа ғынамы элек-электән беҙҙә сәфәр алдынан доға ҡылыу йолаһы һаҡлана. Теге егеттең юлы ул саҡта нисек булғандыр, белмәйбеҙ, уға һис тә насарлыҡ теләмәйбеҙ, һау-сәләмәт, бәлә-ҡазаһыҙ ғына йөрөһөн инде. Такси менән кеше ташыусылар үҙҙәре генә түгел, пассажирҙары өсөн дә яуаплы бит.

Юл оҙон, бормалы-бормалы. Әлеге ваҡытта бигерәк тә боҙлауыҡ хәүефле. Шул Б. районы яҡтарына нисә тапҡыр барып, юл ситендә үргә менә алмай теҙелешеп ултырған ҙур йөк машиналарын, ҡурҡыныс аварияларҙы күрергә тура килде...

Таксист егеттәргә әйтер һүҙем шул: яҡшы уйҙар, изге ниәт, фатихалар менән сығығыҙ юлға. Мәрхәмәтле булығыҙ. Кәсебегеҙ, үҙегеҙгә файҙа килтереүҙән бигерәк, башҡаларҙы һөйөндөрһөн.

 

Зөһрә МӘҺӘҘИЕВА.

Читайте нас