Йәмғиәт
10 Ноябрь 2021, 07:00

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Бөгөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй.

Һөнәри байрамығыҙ менән!Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

“Хеҙмәткәрҙәрҙең компетенлығы һәм батырлығы һөҙөмтәһендә һеҙҙең хеҙмәт йәмғиәттә һәр саҡ юғары абруй ҡаҙанды. Кешеләр, һәр төрлө енәйәти ғәмәлдәргә кәртә ҡуйып, ил халҡының тыныслығын, хәүефһеҙлеген һәм именлеген тәьмин итергә әҙер булыуығыҙҙы белеп, һеҙгә үҙҙәренең ғүмерен һәм һаулығын ышанып тапшыра.

Һеҙ хоҡуҡ тәртибе һағында тораһығыҙ, граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын тәьмин итәһегеҙ, тыныс тормошто һаҡлайһығыҙ. Республика власы ошо мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр саҡ полицияның ярҙамсыһы буласаҡ.

Эске эштәр органдары хеҙмәткәре тигән почетлы исемде йөрөткәндәрҙең барыһына ла намыҫлы хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Айырым рәхмәт һүҙҙәре – ветерандарға. Һеҙҙең һөнәри һәм тормош тәжрибәгеҙ енәйәтселеккә ҡаршы яңы быуын көрәшселәрен тәрбиәләү, уларҙа ватансылыҡ һәм Ватан алдында яуаплылыҡ тойғоһо булдырыу өсөн бик мөһим.  

Хөрмәтле иптәштәр, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ябай булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, дөйөм йортобоҙҙоң өҫтөндә тыныс күк йөҙө теләйем. Байрам менән һеҙҙе!” – тиелә республика Башлығының ҡотлауында.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас