Йәмғиәт
10 Ноябрь 2021, 18:00

Игорь Комаровтан - ҡотлау һүҙҙәре

"Эске эштәр органдарының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен һәр саҡ ғәҙеллек, тәрбиәлелек, граждандарға тәрән хөрмәт, юғары һөнәри оҫталыҡ, үҙ бурысына, законға тоғролоҡ сифаттары айырып торҙо".

Игорь Комаровтан - ҡотлау һүҙҙәреИгорь Комаровтан - ҡотлау һүҙҙәре
Игорь Комаровтан - ҡотлау һүҙҙәре

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

“Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә алғы сафта булғандарға, Рәсәй Президенты тарафынан хоҡуҡ тәртибен, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы, коронавирус инфекцияһы пандемияһына, сәләмәтлек өсөн хәүефтең һәм йөкләмәләрҙең артыуына ҡарамаҫтан, теүәл үтәгәндәргә рәхмәт белдерәм. Эске эштәр органдарының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен һәр саҡ ғәҙеллек, тәрбиәлелек, граждандарға тәрән хөрмәт, юғары һөнәри оҫталыҡ, үҙ бурысына, законға тоғролоҡ сифаттары айырып торҙо. Ғүмеренең иң яҡшы йылдарын ошо өлкәгә арнаған ветерандарға айырыуса ҙур рәхмәт. Уларҙың фиҙакәрлеге, яуаплылығы, ҡуйылған мәсьәләләргә яңы, һөҙөмтәлерәк ҡарарҙар табырға тырышыуы – хеҙмәт юлын башлаған йәш коллегаларына баһалап бөткөһөҙ өлгө.

Байрам уңайынан эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә бәхет, именлек, артабан да Рәсәй именлеге өсөн емешле хеҙмәт итеүҙәрен теләйем”, - тине Игорь Комаров.

Билдәле булыуынса, йыл да ошо көндә, 10 ноябрҙә, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә.

Фото: gg12.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас