

Бөгөн, Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылда Рәсәй полицияһының 300 йыллығы айҡанлы асылған Өфө городовойы һәйкәленә сәскә һалды һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
Сарала төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республика буйынса эске эштәр министры полиция генерал-лейтенанты Роман Деев ҡатнашты.
Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.
– Бөгөн беҙ дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәттәре һағында торған кешеләргә ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙың эше бик ҡатмарлы. Республикабыҙҙа 14 меңдән ашыу эске эштәр органдары хеҙмәткәре бар. Ошо ғәйәт ҙур армия байрам көнөндә лә йәмәғәт тәртибен һәм граждандарыбыҙҙы һаҡлай, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ шулай уҡ хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә ғүмерен ҡорбан иткән 177 эске эштәр органдары хеҙмәткәрен ҡәҙерләп иҫкә алырға тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ғына Төньяҡ Кавказдағы террорсылыҡҡа ҡаршы операция барышында 20 кеше һәләк булды. 30 хеҙмәткәр үлгәндән һуң – Батырлыҡ ордены, алтыһы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнде.
Һәйкәлгә сәскә һалғандан һуң республика Башлығы Өфөнөң Киров районындағы 15-се стационар полиция посында булды. Радий Хәбиров тәртип һаҡсыларының эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, личный составҡа хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru