

10 ноябрҙән Башҡортостанда, Коронавирус таралыуына ҡаршы оператив штабтың республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кисәге ултырышында ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, гипермаркеттарға һәм майҙаны мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ булған башҡа сауҙа биналарына инеү сикләнә. Рөхсәт алыу өсөн вакцина яһатыуыңды раҫлаған сертификат, һуңғы ярты йыл эсендә COVID-19 менән сирләгәнең хаҡында белешмә йәки прививка ҡаҙатыуҙан табип тарафынан азат ителеүең тураһында документ менән бергә яңыраҡ эшләтелгән һәм кире һөҙөмтә биргән ПЦР-тест күрһәтергә кәрәк.
Социаль селтәрҙәрҙә вакцина һәм QR-кодтар мәсьәләһе тирәләй дәғүәләр, бәхәстәр, имеш-мимештәр күп. Хәлде үҙебеҙ күреп тикшереү ниәте менән Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан “Магнит” гипермаркетына юл тоттоҡ. Унда, ҡаланыҡыларҙан тыш, тирә-яҡтағы ауылдарҙан да күптәр йөрөй, сөнки сауҙа тәүлек әйләнәһенә бара. Әлеге комплекс – биҫтәлә иң ҙурҙарҙың береһе.
Ишек алдында беҙҙе һаҡсы егет һәм магазин хеҙмәткәре булған бер ҡыҙ ҡаршы алды. Шунда уҡ QR-код һоранылар. Телефондың хәтерендә һаҡланғанды сығарып күрһәткәс, уны тейеш булғанса сканер аша тикшерҙеләр, артабан һынау өсөн тыуған йылдарҙы ла белештеләр. Артыбыҙса килеп ингән бер егетте, сертификаты булмағас, итәғәтле генә итеп кире борҙолар. Дәғүә һүҙҙәре ишетелмәне.
Гипермаркет директоры Ирина Конаныхина әйтеүенсә, сикләүҙәргә әҙерлекте, халыҡ өйрәнә торһон, тип, ике аҙна элек үк башлағандар. Тәүҙә ишек төбөндә магазин хеҙмәткәрҙәре генә торған, бер нисә көндән “Ирбис” тип аталған шәхси һаҡ ойошмаһын йәлеп иткәндәр.
– Октябрь баштарында, һатып алыусыларҙан тәүгә QR-код талап итергә керешкәндә, төрлөһөн күрергә, ишетергә тура килде. Әлбиттә, ялыуҙарҙың күбеһе, хеҙмәткәрҙәр аша үтеп, миңә килеп етмәгәндер ҙә, – ти Ирина Викторовна. – Район хакимиәтенең ярҙамы менән гипермаркет коллективы сикләү саралары шарттарында халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса әҙерлек курсы үтте. Беҙҙә эшләгән 120 кешенең 113-ө вакцина яһатты, был йәһәттән мәшәҡәтте кәметеү өсөн медицина белгестәренән торған мобиль бригада саҡырттыҡ. Үҙебеҙсә дәртләндерергә тырыштыҡ прививка эшләтеүселәрҙе: мәҫәлән, һәр ҡайһыһының магазинда иҫәпләшеү өсөн тәғәйенләнгән картаһына 2000 бонус өҫтәнек. Әлегә ете генә хеҙмәткәребеҙ, яңыраҡ коронавирус менән ауырып шәбәйгән булғас, табип күрһәтмәһенә ярашлы вакцинанан ваҡытлыса азат ителгән.
Гипермаркет директоры бер нисә көн элек кенә Краснодар крайында булып ҡайтҡан икән. “Ундағы ҡайһы бер урындарҙа ковид юҡ тиерһең! Талаптарға шул тиклем яуапһыҙ ҡарайҙар, битлек кейеүҙе талап итмәйҙәр хатта. Иҡтисади әүҙемлекте һаҡлауҙан халыҡтың именлеген хәстәрләү күпкә мөһимерәк тә баһа”, – тип аптырауын белдерҙе ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.