

Ҡазан ҡалаһында 38 йәшлек үлтереүсегә, ниһайәт, енәйәт ҡарары сығарғандар, тип яҙҙы «КП-Өфө». Радик Таһировты тәфтишселәр 10 йыл буйы эҙләгән, ул илдең төрлө ҡалаларында 30-ҙан ашыу оло йәштәге ҡатынды талап, мыҫҡыллап үлтереүҙә ғәйепләнә.
2011 йылда Ҡазанда 11, артабан Һамар, Ижевск, Пермь, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларында кеше ғүмерҙәрен ҡыйған ул. 2012 йылда Өфөлә лә, слесармын, тип алдап ишек астырып, өс пенсионер ҡатынды әрәм иткән, әҙәм аҡтығы уларҙы халат билбауы менән быуған.
Бер мәл ҡәбәхәт Өфөлә подъездың видеокүҙәтеүенә эләгеп ҡала һәм оҙаҡ ваҡыт боҫоп йәшәй, ҡәҙимге тормошҡа ҡайта. Хатта был арауыҡта өйләнә, слесарь булып эшкә урынлаша. Ҡатынының һәм үҙенең яңы тыуған балаһын тәрбиәләй.
Ә был ваҡытта тәфтишселәр эҙләүҙе туҡтатмай. Һөҙөмтәлә, ун йыл эсендә 10 мең генетик экспертиза үткәрелгәндән һуң, енәйәтсене асыҡлауға өлгәшәләр. Таһировты былтыр уҡ тотһалар ҙа, енәйәтен ул яңы таныған, һорау алғанда үкенеүен белдереп, илай башлаған. Ул бигерәк тә улының «үлтереүсе балаһы» мөһөрө менән йәшәйәсәгенә үкенә икән. Тик үҙенең ҡәбәхәтлек ҡылыу сәбәптәрен аңлата алмаған…