Йәмғиәт
10 Ноябрь 2021, 16:30

Йәмәғәт палатаһында - яңы рәйес

Уның өсөн Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе Ростислав Мырҙағолов та тауыш бирҙе.

Йәмәғәт палатаһында - яңы рәйесЙәмәғәт палатаһында - яңы рәйес
Йәмәғәт палатаһында - яңы рәйес

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесле булды. Был вазифаға бөгөн бер тауыштан Азамат Йәнбирҙинде һайланылар.

Уның кандидатураһын палата ағзаһы Станислав Шмульсон тәҡдим итте, палата рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова хупланы. “Беҙ Азамат Йәнбирҙинде яҡшы беләбеҙ - ул Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе булған саҡтан уҡ. Ул ваҡытта совет иң яҡшыларҙың береһе ине, шуға күрә Азамат Ғибәҙулла улының йәмәғәт эшмәкәрлегендә тәжрибәһе бар. Беҙ уның кандидатураһын хуплайбыҙ”, – тине рәйес.

"Йәмәғәт палатаһына беҙҙең команда аша эләгеү (үҙемде “Вся Уфа” телеканалы командаһынан айырмайым) - минең өсөн ҙур абруй һәм ышаныс. Быны хәйриә эшмәкәрлеге менән киң шөғөлләнгән телеканалдың ҡаҙаныштарын таныу тип иҫәпләйем. Палата составына эләгеү, айырыуса уның рәйесе итеп һайланыу көтөлмәгәнсә булды. Хәҙерҙән үк етди пландарым бар. Коллегалар әйтеүенсә, еңел дә, күңелһеҙ ҙә булмаясаҡ. Тимәк, эшләйәсәкбеҙ. Палата ағзалары - әүҙем, битараф түгел кешеләр, бергәләп күп нәмә башҡара алырбыҙ тип ышанам", – тине Азамат Йәнбирҙин.

Уның кандидатураһы өсөн Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе Ростислав Мырҙағолов та тауыш биргән. “Азамат Йәнбирҙин - сағыу, ҡыҙыҡлы, үҙ фекере булған кеше. Уны күп йылдар беләм, байтаҡ урында бергә эшләнек. Миңә ҡарағанда яҡшыраҡ булдырыр тип уйлайым, – тине ул. – Үҙемдең пландарға килгәндә, улар ижади. Иртәгә китабымдың исем туйы була. Футболды ла ташларға ярамай, был йәһәттән дә әле эш күп”.

Палата ағзалары шулай уҡ дүрт комиссия рәйестәрен һәм урынбаҫарҙарын һайланы. Мәғариф, спорт, йәштәр сәйәсәте, ирекмәнлекте үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Марина Таран буласаҡ. Ул Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа һайланған Ирина Сухареваны алмаштыра. Комиссия рәйесе урынбаҫары итеп Марина Таран урынына Святослав Дрейман тәғәйенләнде.

Инфраструктура, биләмә үҫеше, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссия рәйесе вазифаһын Роза Хужина башҡарасаҡ. Элекке етәксе Әлиә Әхмәҙуллина вәкәләттәрен һалды һәм Ғәлим Яҡупов урынына Мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу буйынса комиссия рәйесе итеп тәғәйенләнде. Аңлатыуынса, яңы комиссия уға яҡыныраҡ, был йәһәттән уҡыуҙар ҙа үткән, квалификацияһын күтәргән. Башта был урынға тәҡдим ителгән Рәсүл Ҡарабулатов вазифанан баш тартты.

Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иреклелеген яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, йәмәғәт контроле һәм йәмәғәт советтары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары вазифаһында Булат Сафинды Евгений Мельников алмаштырҙы.

“Беҙҙең палата - дисциплина-ара палата, мөһим һәм ҡыҙыҡлы мәсьәләләр һаны 30-ҙан ашыу. Шуға күрә уның ағзаларына икенсе комиссияларға күсеүгә бер нәмә лә ҡамасауламай”, – тине Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.

Фото: Йәмәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас