

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге "Магнит" гипермаркетына халыҡты QR-кодтар һәм медицина белешмәләре менән генә үткәрәләр. Ығы-зығы юҡ, ишек төбөндә торған һаҡсылар үҙ эшен белә, һәр кемгә ҡарата итәғәтле.
– Беҙҙә халыҡ сикләүҙәрҙе тыныс ҡабул итә, талаптың юҡҡа түгеллеген аңлай, – тип һөйләй Дим районы хакимиәтенең Сауҙаны, йәмәғәт туҡланыуын һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бүлеге баш белгесе Тимур Ғималетдинов. – Бер нисә күңелһеҙ хәл булды, әлбиттә. Үткән айҙа “Дим” сауҙа-сервис комплексында булған ваҡиғаның видеояҙмаһы интернетта киң таралғайны, күргәнһегеҙҙер. Имеш, бер уҙаманды хоҡуҡ һаҡсылары QR-коды булмаған өсөн иҙәнгә йығып һалып туҡмаған... Ысынында улай булманы, минең үҙемә лә әлеге тәртипһеҙ ирҙән һүгенеү һүҙҙәре менән әрләнергә тура килде. Дәүләт закондарын да, әхлаҡ ҡанундарын да һанға һуҡмаған, йәмғиәтте ихтирам итмәгән, полиция хеҙмәткәренә янаған кешенән тупаҫлыҡ ҡорбаны яһарға маташыусылар бар. Аңын-тоңон белмәйенсә ниңә ялған хәбәр таратырға? Ҡыуанысҡа күрә, бындай хәлдәр бик һирәк.
Тимур Илмерт улы талаптарҙың үтәлешен тикшереү ниәтендә әлеге гипермаркетҡа көнөнә өс мәртәбә килеп китергә тейешлеген белдерҙе. Бынан тыш, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре коронавирустың таралыуын булдырмау маҡсатында быйыл көҙ башланған сикләү сараларына бәйле көн һайын Дим биҫтәһендә патрулдәр ойоштора икән. Ҡулбашына махсус таҫма бәйләгән һигеҙ кеше, ике төркөмгә бүленеп, иртәнсәктән төшкә һәм төштән кискә тиклем урамдар буйлап уҙа һәм, төрлө ойошмаларға инеп, тәртиптең нисек һаҡланыуына иғтибар итә. Ял көндәрендә, байрамдарҙа ла шулай эшләгәндәр. Дөйөм туҡланыу объекттарына ҡарата сикләүҙәр билдәләнгән осорҙа муниципалитет хакимиәте, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм полиция вәкилдәре даими рәүештә төнгө 11-ҙән һуң дежурға сыҡҡан.
– Беҙҙә майҙаны мең квадрат метрға яҡынлашҡан магазиндар бер нисәү генә. Аҙыҡ-түлек тә, кейем-һалым да, күңел асыу саралары ла тәҡдим ителгән ҙур комплекстар иһә бөтөнләй юҡ. Ҡайһы бер сауҙа йорттары бүленгән һәм уларға халыҡ төрлө урындан инеп йөрөй. "Магнит" гипермаркетының өҫтөндә, икенсе ҡатта урынлашҡан магазиндарға һәм күп функциялы үҙәккә лә ишектәр – икенсе яҡтан. Шуға яңы талаптарҙы үтәү йәһәтенән ауырлыҡтар тыумай, – тип аңлатты Тимур Ғималетдинов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.