

Кисә-элекке көн ҡар яуып, юлдарҙа боҙлауыҡ арҡаһында юлдарҙа йөрөү хәүефле ине. Шул арҡала Дүртөйлө районында ҡот осҡос авария булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, "Хюндай Крета" менән "Лада Гранта" автомобиле бәрелешкән һәм юл ситенә осҡан.
Һөҙөмтәлә алты кеше ҡазаланып дауаханаға оҙатылған. Араларында ике бала ла бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ладаның рулендәге 19 йәшлек ҡыҙ "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте килгәнсе үк йән биргән. Янында ултырған әхирәтен иҫһеҙ көйө дауаханаға оҙатҡандар.
«КП- Өфө» баҫмаһы яҙыуынса, ҡыҙҙар Бөрөлә БДУ-ның филиалында уҡып йөрөгән, әле уҡыу буйынса практикаға ҡайтып килгәндәр. Һәләк булған ҡыҙҙы дуҫтары тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала, бик әүҙем, һәләтле, машинаны ла тыныс йөрөтә ине, тиҙәр. Шулай ҙа водитель стажы ун ай ғына булған, әлеге машинаһын атаһы бүләк иткән. Беренсе ҡар яуып, юлдар ныҡ боҙлауыҡҡа әйләнгәс, транспортҡа идара итә алмағандыр , тип тә фаразлайҙар уның әхирәттәре.
Йәш ғүмерҙең иртә өҙөлөүе бик йәл. Ата-әсәһенең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, был ауыр минуттарҙа сабырлыҡ теләйбеҙ. Эйе, һауа торошо үҙгәреп тора, шуға ла юлдарҙа боҙлауыҡ, хатта ҙур стажлы водителдәргә лә ауырға тура килә. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, һаҡ булығыҙ, тип кәңәш итә ЮХХДИ.
Фото "Дүртөйлө яңылыҡтары".