

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы, ағымдағы йылда эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү маҡсатында, республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә аҡса бүленде.
Был аҡса продукцияны экспортҡа етештергән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларына льготалы займдар биреү өсөн Төбәк сәнәғәтте үҫтереү фонды активтарын һәм төп средстволарҙы лизингҡа тапшырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Лизинг фонды активтарын тулыландырыу юлы менән сәнәғәт өлкәһендә эшмәкәрлек иткән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына йүнәлтелә.
“Бындай саралар эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлегенә ярҙам буласаҡ, республикаға яңы инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә, Рәсәй субъекттарында инвестиция торошо милли рейтингында төбәктең урынын нығытыуға булышлыҡ итәсәк”, – тине БР Финанс министры Лира Иғтисамова.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru