

Белеүегеҙсә, 10 ноябрҙән Башҡортостанда, Коронавирустың таралыуына ҡаршы оператив штабтың республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән ултырышында ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, гипермаркеттарға һәм майҙаны мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ булған башҡа сауҙа биналарына инеү сикләнә. Рөхсәт алыу өсөн вакцина яһатыуыңды раҫлаған сертификат, һуңғы ярты йыл эсендә COVID-19 менән сирләгәнең хаҡында белешмә йәки прививка ҡаҙатыуҙан табип тарафынан азат ителеүең тураһында документ менән бергә яңыраҡ эшләтелгән һәм кире һөҙөмтә биргән ПЦР-тест күрһәтергә кәрәк.
Сикләү режимын тикшереү республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында бара. Етешһеҙлектәр табылып торһа ла, иҫкәртеү сараларына ҡарата халыҡтың мөнәсәбәте ыңғайға үҙгәрә барыуы күренә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһындағы сауҙа үҙәктәрен тикшергәс, Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы вәкилдәре коронавирустың таралыуына ҡаршы ғәмәлдәрҙең теүәл үтәлеүен билдәләгән. Атап әйткәндә, ишек алдында граждандарҙан тейешле документтарын күрһәтеү талап ителә, тән температураһы үлсәнә, һатып алыусылар ҙа, уларҙы хеҙмәтләндереүселәр ҙә битлек кейеп йөрөй, социаль араны һаҡлай, бинаға даими рәүештә дезинфекция яһала.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының баш белгесе Айҙар Таңғатаров һөйләүенсә, яңы талаптарға 100 кешенән бишәүҙең генә ниндәйҙер кимәлдә ризаһыҙлыҡ белдереүе мөмкин. Шулай ҙа бер ойошмаға ҡарата административ сара ҡулланылған.
"Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы белгестәре иһә Салауаттың бер сауҙа үҙәгендә бактерияларҙы бөтөргән лампаның һәм дезинфекция өсөн махсус кәрәк-яраҡтың юҡлығын асыҡлаған. "Улар файҙаланған "Белизна" ҡәҙимге көнкүреш өсөн тәғәйенләнгән. Дезинфекция яһағанда вирустарҙы һәм бактерияларҙы үлтерә торған матдәләр булырға тейеш", – ти идаралыҡтың Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районы буйынса белгесе Лилиә Мөхәмәтйәрова.
Стәрлетамаҡта, сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм йәмәғәт туҡланыуы объекттарынан тыш, "Магнит" гипермаркеттарын да тикшергәндәр. Етешһеҙлектәр табылмаған, бер протокол да төҙөлмәгән.
Нефтекамаға Өфөнән барған тикшереүселәр ҙә урындағы хакимиәт вәкилдәре менән берлектә гипермаркеттарҙы ҡараған. "Етди дәғүәләребеҙ булманы, ваҡ етешһеҙлектәр табылған ойошмаларҙа яуаплы кешеләр менән ипле генә әңгәмәләштек тә хаталарҙы нисек төҙәтергә икәнен аңлаттыҡ", – тине Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының әйҙәүсе белгесе Регина Мәғәсүмова. Уның әйтеүенсә, коронавирустың таралыуына ҡаршы ҡабул ителгән норматив акттарҙағы талаптарҙы үтәмәгән хәлдә вазифалы кешеләрҙең – 5-тән 15 мең һумға тиклем, ойошмаларҙың 50-нән 100 мең һумға хәтлем күләмдә штрафҡа юлығыуы ихтимал.
Тикшереүселәр, ғөмүмән, халыҡтың яңы талаптарҙы тыныс ҡабул итеүен билдәләгән. Берҙән-бер кире эҙемтә – ишек алдында кешеләрҙең нисәлер секундҡа тотҡарланыуы һәм бәләкәй генә сираттар барлыҡҡа килеүе.
Фото: bashinform.ru