

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Гөлназ Булат ҡыҙы Азаматованың “Рәсәйҙең күп милләтле төбәгендә земство идаралығы: Өфө губернаһы миҫалында, 1874 – 1917 йылдар” тип аталған монографияһы донъя күрҙе.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының проекты һаналған был хеҙмәт “Ватан тарихы” фонды ярҙамында донъя күргән. Тарихсы Гөлназ Азаматова – Рәсәйҙә 1864 йылда индерелә башлаған земство реформаһы, үҙидаралыҡ тарихы менән оҙаҡ йылдар ҡыҙыҡһынған, ошо теманы лайыҡлы өйрәнгән, ғилми хеҙмәттәр яҙған ғалимә.
Тарихсылар, ғөмүмән, киң йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле монографияның исем туйы Ә.-З. Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһында үтте. Авторҙың коллегалары, тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бөгөнгө Рәсәйҙә үҙидаралыҡты үҫтереү шарттарында был монографияның көнүҙәк булыуын айырып билдәләне. Хеҙмәт үҙендә бихисап архив материалдарын, земство реформаһы осорондағы башҡарылған эштәр тураһында һөйләгән сығанаҡтарҙы, халыҡтың шул ваҡыттағы тормош-көнкүрешенә ҡағылышлы материалдарҙы туплауы менән әһәмиәтле, тип билдәләне сығыш яһаусылар.
– Был монография – автор Гөлназ Азаматованың күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәт емеше. Үҙ ваҡытында ул ошо тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы һәм ғилми хеҙмәтен монография булараҡ та эшләне. Ул “Ватан тарихы” фонды ярҙамында нәшер ителде. Тема көнүҙәк булыуы менән әһәмиәтле, сөнки ул заманында Рәсәй империяһында алдынғыларҙан һаналған Урал төбәге миҫалында ҡарала. Автор тарафынан республиканың ғына түгел, күрше төбәктәрҙең, үҙәк архивтарҙың сығанаҡтары һәм мәғлүмәттәре ентекле өйрәнелде, – тип билдәләне Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, география фәндәре докторы Айбулат Псәнчин.
Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе советы рәйесе, республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, политология фәндәре кандидаты Марат Мәрҙәнов: “Был проект – күптән түгел, йәғни февраль айында барлыҡҡа килгән беҙҙең бүлексәнең тәүге башланғыстарының береһе. Ул бүлексә советы тарафынан ҡаралып, төплө, нигеҙле фәнни хеҙмәт тип табылды”, – тип Гөлназ Булат ҡыҙының монографияһына ҙур баһа бирҙе. Шулай уҡ Марат Хәмитйән улы быйыл 1 декабрҙә “Рәсәй тарихы” фондының монографиялар, фәнни-мәғрифәти күргәҙмәләр һәм башҡа проекттарға яңы конкурс иғлан итәсәге хаҡында белдерҙе.
Монографияның исем туйы йәнле фекер алышыу рәүешендә барҙы. Ҙур эште атҡарып сыҡҡан ғалимә Гөлназ Булат ҡыҙы Азаматова үҙе эшләгән институт етәкселегенә, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихы бүлегендәге коллегаларына, Рәсәй тарих йәмғиәтенә һәм “Ватан тарихы” фондына ҙур рәхмәтен белдерҙе. Автор билдәләүенсә, “тап земство идаралығы осоронда урындағы үҙидара нигеҙҙәре – һалым базаһы, депутаттар һайлау системаһы барлыҡҡа килә”. Быға тиклем дә ҡайһы бер авторҙар үҙ хеҙмәттәрендә был осорҙо яҡтыртты, әммә улар айырым өлкәләргә – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ветеринария, агрономияға ҡағылышлы булды. Ә ғалимәнең ҙур хеҙмәтендә земствоның төбәк үҫешендәге роле киң даирәлә ҡарала һәм баһалана.
Тарихсы һәм ғалимдарҙан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов, ошо уҡыу йортоноң доценты Марат Халиҡов, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәйев, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлек мөдире Марсиль Фархшатов, республика Милли архивының бүлек начальнигы Зөфәр Ғәтиәтуллин, “Башҡортостан энциклопедияһы”ның ғилми секретары Клара Әһлиуллина һәм башҡалар монографияның әһәмиәтен һәм үҙидара системаһы үҫешкән бөгөнгө заманда айырыуса көнүҙәклеген билдәләне.
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһы тарафынан ойошторолған Рәсәйҙә земство реформаһына арналған күргәҙмә лә күптәр күңеленә хуш килде, уның ярҙамында китапхана фондында һаҡланған үҙенсәлекле сығанаҡтар менән танышырға мөмкин булды.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.