Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 04:37

Оҙон сәсле Алтынай

Оҙон сәс – матурлыҡ, нәзәкәтлелек, уңғанлыҡ билдәһе. Теҙҙәренә тиклем толом-толом сәс үҫтергән ҡыҙҙар хәҙер бик һирәк осрай. Ә бит элек-электән оҙон сәс ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген билдәләй, тышҡы һәм күңел донъяһын сағылдыра  тип һаналған.

Алтынай Ислам ҡыҙы Бай­мө­хәмәтова – баш ҡалабыҙ Өфөнән. “Беҙҙең ғаилә баш­ҡорт йолаларына, ғөрөф-ғәҙәт­тәренә таянып йәшәргә тырыша. Халҡыбыҙға ғына хас сифаттар миңә лә яҡын. Баш­ҡорт ҡыҙының нескә­ле­ген, гү­зәл­леген уның толомдары сағылдыра, тип иҫәплә­йем. Әсә­йемдең дә, минең дә сәстә­ре­беҙ бик оҙон. Минекен бер йә­шемдән алып ҡайсы тейҙер­мәй, тәрбиәләп үҫтерәбеҙ”, – ти ул.

Бәләкәйҙән тырыш, талапсан, маҡсатлы була Алтынай. Фәрит Камай исемендәге музыка мәктәбенең фортепиано класын “бишле” билдәләренә генә тамамлай. Йырларға, думбырала уйнарға ярата.

Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатын алтын ми­ҙалға тамамлай. Әлеге ва­ҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетының беренсе курс студенты. “Математика, физика фәндәрен яратып уҡыуым техник вузға алып килде. Киләсәктә нефть һәм газ буйынса геолог була­саҡ­мын. Был һөнәрҙе һай­лауға атайым менән ағайым үрнәк булды. Киләсәктә республикама кәрәкле белгес булып, ҡуйған маҡсаттарыма өлгәшермен, тип ышанам”.

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, ра­йон, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес:

bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыу­ҡай­ҙар үҙҙәре менән та­ныш­тыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһа­лая­саҡ. Интернет киң­лек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” но­ми­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһала­саҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.

Рәзилә АБЫҘГИЛДИНА

Читайте нас