

Республикаға идара итеү үҙәге өс блоктан тора. Улар – аналитика, мәғлүмәт һәм социаль коммуникациялар блоктары. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты ултырышында үҙәк белгестәре ошо турала һөйләне.
Социаль коммуникациялар блогына граждандарҙың бөтә мөрәжәғәттәре килә. Уларҙы “Инцидент-менеджмент” һәм “Кире элемтә платформаһы” (ПОС) роботлаштырылған системалары теркәй. Һәр мәғлүмәтте белгестәр министрлыҡтарҙағы, ведомстволарҙағы, ҡала, район хакимиәттәрендәге коллегалары аша эшкәртә.
Аналитика блогы – Башҡортостанда ғына бар. Рәсәйҙәге бер генә ошондай үҙәктә лә бындай блок юҡ. Бында барлыҡ мөрәжәғәттәр анализлана, сөнки ваҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү генә етмәй, тотош проблеманы асыҡлап, хәл итергә кәрәк. Мәғлүмәт блогы граждандарға Республикаға идара итеү үҙәге, хәл ителгән мәсьәләләр һәм киләсәккә бурыстар тураһындағы мәғлүмәтте еткерә.
Башҡортостандағы үҙәктә үҙенең социологтары ла бар. Һорауламалар, социаль тикшеренеүҙәр, йәмәғәтселек фекеренә мониторинг үткәреү күп нәмәне күрергә, эштә ярҙам итә.
Республикаға идара итеү үҙәге “ТКО – Башҡортостан” ҡушымтаһын файҙалана. Уның ярҙамында республикала сүп-сарҙы ситкә ташыуға даими контроль тормошҡа ашырыла. Үҙәктә 18 мәғлүмәт системаһы эшләй. Шуларҙың икәүһе – федераль, “Инцидент-менеджмент” һәм ПОС, ҡалғандары – төбәктәге Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығыныҡы.
Фото: resbash.ru/news/intsident/2021-11-12
Сығанаҡ: resbash.ru/news/intsident/2021-11-12