Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 06:08

Сикләүҙәр түгел, сир ҡурҡыта

Социаль селтәрҙәрҙә вакцина һәм QR-кодтар мәсьәләһе тирәләй дәғүә, бәхәс, имеш-мимеш­ күп.

Белеүегеҙсә, 10 ноябрҙән Башҡортостанда, Коронавирустың таралыуына ҡаршы оператив штабтың республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән ултырышында ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, гипермаркеттарға һәм майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыуыраҡ булған башҡа сауҙа биналарына инеү сикләнә. Рөхсәт алыу өсөн вакцина яһатыуыңды раҫлаған сертификат, һуңғы ярты йыл эсендә COVID-19 менән сирләгәнең хаҡында белешмә йәки прививка ҡаҙатыуҙан табип тарафынан азат ителеүең тураһында документ менән бергә яңыраҡ эшләтелгән һәм кире һөҙөмтә биргән ПЦР-тест күрһәтергә кәрәк.

 

Социаль селтәрҙәрҙә вакцина һәм QR-кодтар мәсьәләһе тирәләй дәғүәләр, бәхәстәр, имеш-мимеш­тәр күп. Әлбиттә, ябай халыҡ ҡына түгел, хакимиәт даирәләре, яуаплы белгестәр ҙә яңы талаптарға өйрә­неү өҫтөндә бит әле. Хәлде үҙебеҙ күреп тикшереү ниәте менән Өфө­нөң Дим микрорайонында урын­лашҡан “Магнит” гипермаркетына юл тоттоҡ. Унда, ҡаланыҡыларҙан тыш, тирә-яҡтағы ауылдарҙан да күптәр йөрөй, сөнки сауҙа тәүлек әйләнәһенә бара. Әлеге комплекс – биҫтәлә иң ҙурҙарҙың береһе.

Ишек алдында беҙҙе һаҡсы егет һәм магазин хеҙмәткәре булған бер ҡыҙ ҡаршы алды. Шунда уҡ QR-код һоранылар. Телефондың хәтерендә һаҡланғанды сығарып күрһәткәс, уны тейеш булғанса сканер аша тикшерҙеләр, артабан һынау өсөн тыуған йылдарҙы ла белештеләр. Артыбыҙса килеп ингән бер егетте, сертификаты бул­мағас, итәғәтле генә кире борҙолар. Дәғүә һүҙҙәре ишетелмәне.

Гипермаркеттың директоры Ирина Конаныхина әйтеүенсә, сикләүҙәргә әҙерлекте, халыҡ өйрәнә торһон, тип, ике аҙна элек үк башлағандар. Тәүҙә ишек төбөндә магазин хеҙмәткәрҙәре генә торған, бер нисә көндән “Ирбис” тип аталған шәхси һаҡ ойошмаһын йәлеп иткәндәр.

– Октябрь баштарында, һатып алыусыларҙан тәүгә QR-код талап итергә керешкәндә, төрлөһөн күрергә, ишетергә тура килде инде. Әлбиттә, ялыуҙарҙың бер өлөшө, хеҙмәткәрҙәр аша үтеп, миңә килеп етмәгәндер, – ти Ирина Викторовна. – Район хакимиәтенең ярҙамы менән гипермаркет коллективы сикләү саралары шарттарында халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса әҙерлек курстары үтте. Беҙҙә эшләгән 120 кешенең 113-ө вакцина яһатты, был йәһәттән мәшәҡәтте кәметеү өсөн медицина белгестәренән торған мобиль бригада саҡырттыҡ. Үҙебеҙсә дәртләндерергә тырыштыҡ прививка эшләтеүселәрҙе: һәр ҡайһыһының магазинда иҫәпләшеү өсөн тәғәйенләнгән картаһына 2000 бонус өҫтәнек. Әлегә 7 генә хеҙмәткәребеҙ, яңыраҡ коронавирус менән ауырып шәбәйгән булғас, табип күрһәтмәһенә ярашлы вакцинанан ваҡытлыса азат ителгән.

Гипермаркет директоры бер нисә көн элек кенә Краснодар крайында булып ҡайтҡан икән. “Ундағы ҡайһы бер урындарҙа ковид юҡ тиерһең! Халыҡтың именлегенә шул тиклем яуапһыҙ ҡарайҙар, битлек кейеүҙе талап итмәйҙәр хатта”, – тип аптырауын белдерҙе ул.

Хәҙер йәшерәктәр “СберМаркет” сервисы аша аҙыҡ-түлекте өйөнә килтертеүгә күнегеп бара икән. Шуға ла “Магнит” әлеге сикләү­ҙәрҙән зыян тоймай. “Киреһенсә, һатыу күләме арта, сөнки ташыу хеҙмәтенә заказ биргән кеше арзанға төшһөн өсөн бер юлы күберәк тауар алырға тырыша, – ти Ирина Конаныхина. – Һуңғы осорҙа “СберМаркет” ниндәйҙер акциялар үткәрә, был да халыҡтың әүҙемлегенә булышлыҡ итә. Киләсәктә “Яндекс.Маркет” аша ла һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ”.

– Беҙҙә халыҡ сикләүҙәрҙе тыныс ҡабул итә, талаптың юҡҡа түгеллеген аңлай, – тип һөйләне беҙгә Дим районы хакимиәтенең Сауҙаны, йәмәғәт туҡланыуын һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бүлеге баш белгесе Тимур Ғималетдинов. – Бер күңелһеҙ хәл булды, әлбиттә. Үткән айҙа “Дим” сауҙа-сервис комплексында булған ваҡиғаның видеояҙмаһы интернетта киң таралғайны, күргәнһегеҙҙер. Имеш, бер уҙаманды хоҡуҡ һаҡсылары QR-коды булмаған өсөн иҙәнгә йығып һалып туҡмаған... Ысынында улай булманы, минең үҙемә лә әлеге тәртипһеҙ ирҙән һүгенеү һүҙҙәре менән әрләнергә тура килде. Дәүләт закондарын да, әхлаҡ ҡанундарын да һанға һуҡмаған, йәмғиәтте ихтирам итмәгән, полиция хеҙмәткәренә янаған кешенән тупаҫлыҡ ҡорбаны яһарға маташыусылар бар. Аңын-тоңон белмәйенсә ниңә ялған хәбәр таратырға? Ҡыуанысҡа күрә, бындай хәлдәр бик һирәк.

Тимур Ильмерт улы талаптар­ҙың үтәлешен тикшереү ниәтендә әлеге гипермаркетҡа көнөнә өс мәртәбә килеп китергә тейешлеген белдерҙе. Бынан тыш, район хаки­миәте хеҙмәткәрҙәре коро­на­вирустың таралыуын булдырмау маҡсатында быйыл көҙ башланған сикләү сараларына бәйле көн һайын Дим биҫтәһендә патрулдәр ойоштора икән. Ҡулбашына махсус таҫма бәйләгән һигеҙ кеше, ике төркөмгә бүленеп, иртәнсәктән төшкә һәм төштән кискә тиклем урамдар буйлап уҙа һәм, төрлө ойошмаларға инеп, тәртиптең нисек һаҡланыуына иғтибар итә. Ял көндәрендә, байрамдарҙа ла шулай эшләгәндәр. Дөйөм туҡланыу объекттарына ҡарата сикләүҙәр билдәләнгән осорҙа муниципалитет хакимиәте, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм полиция вәкилдәре даими рәүештә төнгө 11-ҙән һуң дежурға сыҡҡан.

– Беҙҙә майҙаны 1000 квадрат метрға яҡынлашҡан магазиндар бер нисәү генә. Аҙыҡ-түлек тә, кейем-һалым да, күңел асыу саралары ла тәҡдим ителгән ҙур комплекстар иһә бөтөнләй юҡ. Ҡайһы бер сауҙа йорттары бүленгән һәм уларға халыҡ төрлө урындан инеп йөрөй. “Магнит” гипермаркетының өҫтөндә, икенсе ҡатта урынлашҡан магазиндарға һәм күп функциялы үҙәккә лә ишектәр – икенсе яҡтан. Шуға яңы талаптарҙы үтәү йәһәте­нән ауырлыҡтар тыумай, – тип аңлатты Тимур Ғималетдинов.

Ҡыҙыҡһынып, икенсе ҡатҡа ла мендек. Унда күп функциялы үҙәк­тең операциялар залы халыҡ менән тулы ине тиерлек. Барыһы ла битлек кейгән, билдәләнгән социаль араны һаҡларға тырышалар. Ишек төбөндә һәр кемдең тән температураһын тикшерәләр.

– Килеүселәрҙән QR-код һора­майбыҙ, сөнки беҙгә ҡарата ундай талаптар ҡуйылмаған, – тине операция залы етәксеһе Зилә Әйүпова. – Кешеләр ағымы һәр ваҡыттағыса ҙур.

Залдың бер мөйөшөндәрәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампа­нияһында ҡатнашырға теләүселәр өсөн дә урын табылған. Иҫәп алыусы ҡатын алдында 35 – 40 йәштәрҙәге ир ултыра ине. Беҙгә әйтеүҙәренсә, Дим халҡы был сараға ла етди ҡарай, яуаплылыҡ һәм әүҙемлек күрһәтә икән.

 

Даян Мәжитов.

Читайте нас